ХӘМИҘУЛЛИН Мөғәллим Мәсәғүт улы
ХӘМИҘУЛЛИН Мөғәллим Мәсәғүт улы [12.5.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Йәрмәкәй а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны)], агроном. А.х. ф. канд. (1963), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) 1958 й. тиклем Фёдоровка р‑нындағы Фёдоровка МТС‑ының баш агрономы. 1961—2007 йй.БДАУ‑ҙа уҡыта (1968—82 йй. мал аҙығы етештереү һәм мелиорация каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡара тупраҡта тәрән культуралаштырылған һөрөү ҡатламын булдырыуҙың теоретик нигеҙҙәрен һәм практик алымдарын эшләүгә, төрлө сәсеү әйләнешендәге ерҙе эшкәртеүгә, ҡарабойҙай, ҡатнаш сәселгән силос культуралары, бер йыллыҡ үләндәр үҫтереүҙең агротехникаһына һ.б. арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Минимальная обработка почвы в условиях Белебеевской возвышенности. Уфа, 2001 (авторҙ.); Смешанные посевы полевых кормовых культур в Башкортостане. Уфа, 2003 (авторҙ.); Высокоурожайные кормовые культуры на полях Башкортостана. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. А.Н.Күсеев