ӘЛӘНЙЕЙӘНҒОЛ ҠОТЛОҒУЖИН
ӘЛӘНЙЕЙӘНҒОЛ ҠОТЛОҒУЖИН (1670 — 25.8.1740), башҡорт ихтилалдары (1735— 40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһының Әйле улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июнендә Себер даруғаһының баш күтәргән башҡорттар отрядтарына етәкселек итә. 1739 й. көҙөндә Ә.Ҡ. Аҙнабай Теләүғолов, Мәндәр Ҡарабаев, Йәрмөхәмәт Хажиев һәм Миңлеғол Юлаев (ҡара: Ҡараһаҡал) м‑н яңы ихтилал ойоштороуға тотона. Һөҙөмтәлә 1740 й. февр. Себер даруғаһы башҡорттары яңынан хәрби хәрәкәттәр башлай. Март аҙағында Ә.Ҡ. тотола һәм кенәз В.А.Урусов ставкаһына оҙатыла, ул бында ашауҙан баш тарта һәм хәлһеҙләнеп үлә.
Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. М.—Л., 1936; А к м а н о в И.Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой половине XVIII века. Свердловск, 1991.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Д.К.Үзбәков