Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕБЕР ДАРУҒАҺЫ

Просмотров: 1582

СЕБЕР ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙағында Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составына инә (ҡара: Даруға). 17 б. аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Верхотур һәм Тубыл өйәҙҙәре, көньяҡ‑көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ‑көнбайышта — Ҡазан даруғаһы, төньяҡ‑көнбайышта Уҫы даруғаһы менән сиктәш була. 1725—26 йй. С.д. — 24 башҡ. улусы һәм 3,7 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 й. 10 улус (Дыуан, Ҡара‑Табын, Ҡошсо, Мырҙалар, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Һарт, Һунлар, Шайтан‑Көҙәй, Әйле) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү индерелгәс (1781), С.д. территорияһында Троицк өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Силәбе өйәҙе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтарының бер өлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң тулыһынса бөтөрөлә.

Р.Р.Фазылов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023