Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАРШИНА

Просмотров: 1419

СТАРШИНА, 18 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙә крәҫтиән үҙидараһына етәкселек иткән кеше.

Баш С. Башҡортостан терр‑яһында адм.‑терр. берәмек — даруға, башҡ. улустары төркөмө йәки мишәр командалары ба шында торған. Вазифа 1739 й. В.Н.Татищевтың тәҡдиме б‑са Л.Я.Соймонов тарафынан булдырыла. Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (173444)] нач., 1744 й. алып Ырымбур губернаторы тарафынан тәғәйенләнә һәм күҙәтелә. Уға яҫауылдар, сотниктар, писарҙар һ.б. буйһонған. Һалым түләүҙән азат ителгән, ҡылыс һәм ҡорал йөрөтөү хоҡуғы булған. С. бурыстарына улустағы хәлдәр т‑да провинция канцелярияһына ай һайын отчёт биреү, яһаҡ йыйыу, халыҡ сыуалыштарын булдырмау һәм баҫтырыу сараларын күреү, сапҡындарға, мал ҡыуып алып китеүгә юл ҡуймау, ер килешеүҙәре төҙөүҙе, никах мәсьәләләрен, халыҡтың күсенеүен күҙәтеү, сауҙагәрҙәргә сауҙа эшмәкәрлегендә ярҙам итеү, третей судында бәхәстәрҙе хәл итеү, бөтә башҡ. йыйындарында ҡатнашыу һ.б. ингән. Даруғалар бөтөрөлөү м‑н вазифа юҡҡа сыға. Иң билдәле баш С.: башҡорттарҙан — Алдар, Ҡоҙаш Рахманғолов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, Таймаҫ Шәимов, Шәрип Кейеков, Шәрип Мерәков, Әлибай Мырҙағолов, мулла Әхмәр Әсәнов; мишәрҙәрҙән — Дивай Диваев (ҡара: Диваевтар), Миндәй Төпәев, Мөслим Хоҙайбирҙин, Әлекәй Мөслимов.

Улус С. улусҡа етәкселек иткән. Вазифа указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са башҡорт ихтилалдары (173540) осоронда башҡ. улустарында староста урынына булдырыла. С. хоҡуҡ һәм бурыстары И.К.Кирилов, ген.‑лейт. А.И.Румянцев, Татищев, бригадир М.С.Хрущёв указдары һәм ҡарарҙарында күрһәтелә. С. башҡ. абруйлы кешеләре араһынан улус халҡы сходында һайлап ҡуйылған. Воевода тарафынан раҫланған, Ырымбур комиссияһы нач. инструкциялар алған. Баш старшинаға, 1743 й. алып провинциаль канцелярияға буйһонған. С. бурыстарына хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, улустағы соц.‑сәйәси хәл т‑да отчёт биреү, ихтилал ваҡытында баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәш ойоштороу, ваҡ суд мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашыу, улустан ситкә сығыуға рөхсәт биреү һ.б. ингән. Писарҙар, сотниктар һәм десятниктар (18 б. аҙ. — 19 б. 1‑се ярт. сотскийҙар һәм десятскийҙар) С. ярҙамсылары булған. Писарҙар мишәрҙәр һәм татарҙар араһынан тәғәйенләнгән. Уларҙың бурыстарына улуста вазифа биләгән кешеләр араһында ришүәт алыусылар т‑да провинция һәм губерна властарына хәбәр итеү ингән. Сотниктар һәм десятниктар йыл һайын тәғәйенләнгән, һуңыраҡ ауыл общинаһы ағзалары тарафынан һайланған, 19 б. стан приставтарына буйһонған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, улус С. йорт С. м‑н алмаштырыла. Крәҫтиән реформаһы ваҡытында крәҫтиән общинаһының улус С. вазифаһы булдырыла. Улус сходында 3 йылға һайлап ҡуйылған, мировой аралашсы, 1874 й. башлап крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеһы (ҡара: Крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары), 1889 й. — земство участкаһы нач. тарафынан раҫланған һәм күҙәтелгән. С. улус сходтарында ҡатнашырға һәм унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы үтәргә, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итергә, һалымдар түләүҙе, йөкләмәләр үтәүҙе, керҙәшлек ҡағиҙәләре үтәлешен, юлдар, дауахана һәм училищелар торошон, эштән китеүҙе һәм бер улус йәмғиәтенән икенсеһенә күсеүҙе һ.б. күҙәтергә тейеш була. Уға ауыл старосталары буйһонған. Вазифа 1917 й. бөтөрөлә.

Йорт С. башҡ. һәм мишәр кантондары составында йорттарға етәкселек иткән. Кантон башлығы тарафынан абруйлы башҡ. һәм мишәр кешеләре араһынан тәғәйенләнгән. Уға ярҙамсы һәм сотник буйһонған. Йорт С. канцелярияһы 2 писарҙан торған. Бөтә һалым һәм йөкләмәләрҙән азат ителгән. Уның бурыстарына хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), ваҡ енәйәттәр б‑са тәфтиш һәм суд отрядтары ойоштороу, йөкләмәләр башҡарыу һәм һалым йыйыу үтәлешен тикшереү һ.б. ингән. 1863 й. крәҫтиән общинаһының улус С. вазифаһына алмаштырыла.

Поход С. сик буйы хеҙмәтендә һәм походтарҙа башҡ. командаһы (250 кеше) башында торған. Ырымбур губернаторы, 18 б. аҙ. алып кантон башлығы тарафынан тәғәйенләнгән, Ырымбур хәрби губернаторы тарафынан раҫланған. Вазифа 1865 й. Башҡорт ғәскәре таратылғандан һуң бөтөрөлә.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.). Уфа, 2006.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019