Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ҒИЛЕМ”

“ҒИЛЕМ”, нәшриәт. Ғилми учреждениеларҙың хеҙмәттәрен, фәнни журналдар сығарған, БР Фәндәр академияһы бүлектәренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен нәшер иткән. 1995 й. Өфө ҡ. Өфө фәнни үҙәгенең редакция‑нәшриәт бүлеге (1957 й. нигеҙләнгән) базаһында асыла, 2000 й. алып БР ФА филиалы, 2013 й. башлап БР “Башҡорт...

“ҒИЛМИЯЗА”, йыр

“ҒИЛМИЯЗА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков тарафынан Орск өйәҙендә (Рәмиевтәрҙең Солтан приискыһында) йырсы Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Йырҙың тарихын һәм...

“ҒОСМАНИЯ”

“ҒОСМАНИЯ”, “У с м а н и я”, урта мәҙрәсә. Өфөлә Беренсе йәмиғ мәсете эргәһендә 1888 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1887 й.) асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Х.Ғосманов, һуңынан (1907 й. һуң) мәҙрәсәгә уның исеме бирелә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола....

“ҒҮМӘРОВ”, йыр

“ҒҮМӘРОВ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1930 й. БАССР- ҙың Әбйәлил р‑нында И.В.Салтыков тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында З.Ғ.Исмәғилев яҙмаһында баҫылып сыға. Йыр варианттарын С.Ә.Галин, Р.Л.Ғәбитов, Х.С.Ихтисамов, Ф.Х. Камаев, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, Н.Д.Шоңҡаров,...

“Д-ЛЮКС”, предприятие

“Д-ЛЮКС” салон-студияһы, ЯСЙ. Бөҙрәхана, косметик, мед. һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. 2004 й. 46 кеше эшләгән. 1985 й. 51‑се бөҙрәхана булараҡ нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Люкс” бөҙрәханаһы, 1993 й. — «“Люкс” модалы причёска салоны» ЯСШ, 1998 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина...

“ДАИРӘ”

“ДАИРӘ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт даны” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тарихы 1930 й. башлана (ҡара: “Кармаскалинская новь”), 2007 й. алып үҙ аллы...

“ДАР”

“ДАР”, производство-коммерция предприятиеһы, ЯСЙ. Полиграфия продукцияһы (1000-дән ашыу төр), ш. иҫ. китаптар, журналдар, буклеттар, календарҙар һ.б. сығара. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. Продукцияһы БР-ҙа һатыла. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

“ДАУЫЛ”, опера

“ДАУЫЛ”, Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са ижад ителгән Р.Ә.Мортазиндың 3 шаршаулы операһы. 1969 й. яҙылған. Премьераһы 1969 й. 26 апр. БДОБТ‑та үтә (Р.С.Янбулатова либреттоһы, дирижёры В.Д.Руттер, реж. Ш.М.Мортазина, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. Л.Е.Бородулин)....

“ДАЧИЯ-ФЕНИКС”, предприятие

“ДАЧИЯ-ФЕНИКС”  Өфө шарап заводы, шарап һәм башҡа алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр ҡойоу пр‑тиеһы. 1959 й. Молдавия ССР‑ының “Молдвинпром” виноградсылыҡ һәм шарап яһау б‑са агросәнәғәт берекмәһенең Өфө шарап з‑ды булараҡ ойошторола, 1974 й. алып шул берекмәнең Өфө шарап комб‑ты (1986 й. тиклем уның...

“ДВИГАТЕЛЬМОНТАЖ”, предприятие

“ДВИГАТЕЛЬМОНТАЖ”, БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларының технологик ҡорамалдарын монтажлау һәм ремонтлау эштәрен башҡарған пр-тие. 1950 й. “Двигательмонтаж” тресының (Мәскәү) Салауат монтаж идаралығы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып “Д.” Салауат ҡуртым төҙөлөш-монтаж идаралығы, 1994  й. — ААЙ,...

“ДЕЛОВОЙ МИР БАШКОРТОСТАНА”, гәзит

“ДЕЛОВОЙ МИР БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостандың эшлекле донъяһы”), төбәк-ара мәғлүмәт-реклама гәзите. Ойоштороусыһы — “Гөлөстан” ЯСЙ. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 10 мең дана (2011). 2000 й. алып “Деловой мир” (“Эшлекле донъя”) исеме м‑н сыға, 2009 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Гәзит...

“ДЕФИЦИТ”, театр-студия

“ДЕФИЦИТ”, Белорет ҡ. театр-студияһы. 1987 й. ойошторола (2009 й. тиклем Белорет ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендә), 1988 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — Л.А.Жуховицкийҙың “Сеньор Хуандың һуңғы ҡатыны” (“Последняя женщина сеньора Хуана”) пьесаһы. 1987—2011 йй. 30‑ҙан ашыу спектакль...

“ДЗЕРЖИНСКИЙ Ф.Э. ИСЕМЕНДӘГЕ ТИПОГРАФИЯ”, ДУП

“ДЗЕРЖИНСКИЙ Ф.Э. ИСЕМЕНДӘГЕ ТИПОГРАФИЯ” Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының нәшриәт-полиграфия комплексы, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. Китап, календарь, буклет, брошюра, бланк һ.б. баҫма продукция сығара. Составына китап төпләү‑брошюралау, гәзит, компьютерҙа хәреф йыйыу, китап баҫыу,...

“ДИАНАТ”

“ДИАНАТ”, иллюстрациялы мосолман журналы. БАССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Диниә назараты) органы. 1926—28 йй. Өфөлә төрки телендә (айырым документтар — урыҫ телендә) нәшер ителә. Мәскәү, Одесса, Өфө ҡҡ. типографияларында баҫыла. “Д.” дин тәғлимәте б‑са мәҡәләләр һәм дини өгөт-нәсихәтле...

“ДИНАМО”, стадион

“ДИНАМО”, стадион. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. төҙөлә, 2007 й. яңыртыла. Составында: адм.‑хужалыҡ блогы, еңел атлетика манежы, спорт‑демонстрация комплексы, спорт үҙәге, үҙәк инеү урыны. Бассейн (25×14 м), балалар аквапаркы, трибуналы (1000 урынға) спорт залы (45×30 м), яһалма япмалы футбол майҙаны (100×69 м),...

“ДИУАНУ ЛӨҒӘТ ӘТ‑ТӨРК”

“ДИУАНУ ЛӨҒӘТ ӘТ‑ТӨРК” (“Төрки телдәр һүҙлеге”), төрки телдәрҙең тәржемә-аңлатмалы һүҙлек-тезаурусы. 1072—74 йй. Мәхмүт Ҡашғари тарафынан төҙөлә. “Д.л.әт‑т.”тә бик күп лингв., тарихи‑мәҙәни һәм этнографик материал йыйылған һәм дөйөмләштерелгән. Китаптың инеш өлөшөндә төрки ҡәбиләләр, уларҙың географияһы,...

“ДМИТРИЕВКА"

“ДМИТРИЕВКА” совхоз‑заводы, ДУАХП. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Подымалово ауылы. Составына Волков, Дмитриевка һәм Подымалово бүлексәләре, һөт пастеризациялау, он тартыу, йәшелсәселек һ.б. участкалар инә. 2007 й. 322 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 10556 га тәшкил иткән, ш....

“ДОЛГ”, предприятие

“ДОЛГ”, ЯСЙ. Ритуаль хеҙмәттәр күрһәтә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1992 й. ЯСШ булараҡ нигеҙ һалына, 1996 й. хәҙ. статусын ала. Составына ағас эше, матәм веноктары (икеһе лә 1992 й. нигеҙләнгән), мәрмәр һәм гранит һәйкәлдәр, ҡоймалар (икеһе лә — 1999) эшләү цехтары инә. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина...

“ДОЛИНА”

“ДОЛИНА”, ЯСЙ. Металл һәм тимер-бетон изделиелар етештерә. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1994 й. ЯСШ булараҡ нигеҙ һалына, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Составына ҡаҙаҡ эшләү (1996 й. нигеҙләнгән) һәм тимер-бетон (2005) цехтары инә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина...

“ДРУЖБА”, гәзит

“ДРУЖБА” (“Дуҫлыҡ”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Мишкә р‑ны Мишкә а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм мари (“Келшымаш”) телдәрендә сыға. 1930 й. мартынан мари телендә “Коммуна юлы”; 1945 й....