Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ДУБИТЕЛЬ”, предприятие

“ДУБИТЕЛЬ”, ААЙ. Күн, тире һәм аяҡ кейеме сәнәғәте өсөн синтетик дуплау экстракттары, ш. уҡ быраулау реагенттары, киңәйткестәр, калийлы һәм натрийлы быяла етештерә. Өфөлә урынлашҡан. “Д.” составына синтетик буятҡыстар (1969 й. тиклем үҫемлек буятҡыстары, 1930 й. ойошторолған) цехы һәм ярҙамсы цехтар...

“ДУВАНСКИЙ ВЕСТНИК”

“ДУВАНСКИЙ ВЕСТНИК” (“Дыуан хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары —БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Дыуан хәбәрҙәре” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1933 й. — мартынан урыҫ телендә “Колхозник” (“Колхозсы”),...

“ДУҪЛЫҠ", тоҡомсолоҡ заводы

“ДУҪЛЫҠ” тоҡомсолоҡ заводы, «“Алатау” агросәнәғәт хужалығы» ЯАЙ филиалы. Совет мериносы тоҡомло нәҫел һарыҡтарын үрсетеү һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Боҙаяҙ ауылы. Составына малс‑ҡ (2 һыйыр малы фермаһы, һарыҡ фермаһы, умарталыҡ), үҫемлекселек цехтары;...

“ДУҪЛЫҠ”, ансамбль (Әбйәлил районы)

“ДУҪЛЫҠ”, Әбйәлил р‑ны Урал ауыл мәҙәниәт һарайы (Сиҙәм а.) бейеү ансамбле. 1960 й. ойошторола, 1987 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Өс туған” (бөтәһе лә — Ф.Ә.Ғәскәров сәхнәләштереүендә); сюжетлы бейеүҙәр: “Ирәндек сәскәләре”, “Ҡыҙыл тулҡындары”,...

“ДУҪЛЫҠ”, ансамбль (Борай районы)

“ДУҪЛЫҠ”, Рәүфә Ғәлиева ис. Борай район мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле. 1958 й. ойошторола, 1964 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Бесәнселәр”, “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа”, “Өс туған”; “Борай йәштәре”, “Кис ултырыу” (“Посиделки”), “Бишле бейеүе”, “Эх,...

“ДУҪТАР”, ансамбль

“ДУҪТАР”, башҡ. джаз ансамбле. 1980 й. Өфөлә БАССР Мәҙәниәт министрлығыныœ Башҡ. респ. муз. ансамблдәрҙең берекмәһе (1987 й. алып Башҡорт филармонияһы эргәһендә) ҡарамағында ойошторола, 1992 й. тарҡала. Художество етәксеһе М.Һ.Юлдыбаев. Тәүге сығышы 1980 й. Ярославль джаз фестивалендә була. Репертуары...

“ДЮРТЮЛИСТРОЙДЕТАЛЬ”

“ДЮРТЮЛИСТРОЙДЕТАЛЬ”, ЯСЙ, “Стронег” ААЙ‑ның бүлендек йәмғиәте. Бетон һәм тимер-бетон изделиелар етештерә. Составы: тимербетон цехы (1972 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 71 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1967 й. нигеҙ һалына, 1972 й. “Туймазанефтестрой” тресы составындағы...

“ЕҘЕМ ТӘБИҒИ ПАРКЫ”

“ЕҘЕМ ТӘБИҒИ ПАРКЫ”, урындағы әһәмиәтле ландшафлы тәбиғи парк. 2005 й. уникаль тәбиғәт комплекстарын, хайуан һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлау, ял һәм туризм ойоштороу өсөн булдырылған. Ғафури р‑ны сигендә Еҙем й. басс. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 38,1 мең га, 90%‑тан күберәген урман биләй....

“ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ”, гәзит

“ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Зианчуринские зори” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Ейәнсура р-ны Иҫәнғол а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға. 1991 й. алып “Зианчуринские зори” гәз. тәржемәһе булараҡ нәшер...

“ЕК МӘРГӘН”

“ЕК МӘРГӘН”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Сәсмә формала яҙылған. Ф.Вәлиев тарафынан 20 б. башында яҙып алынған (ҡулъяҙма һаҡланмаған), тәүге тапҡыр 1916 й. Ҡазанда “Аң” ж. баҫылған. Идея-тематик йөкмәткеһе б‑са “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Мәргән менән Маянһылыу” һ.б. башҡ. эпостары серияһына...

“ЕҢЕРБЕҘ”

“ЕҢЕРБЕҘ”, ижт.‑сәйәси гәзит. ВКП(б)‑ның Арғаяш район ком‑ты, профсоюздар һәм Халыҡ деп. советы органы. Арғаяш районының Арғаяш а. 5 көнгә 1 тапҡыр сыҡҡан. 1931 й. 6 авг. алып башҡ., 1936—37 йй. ш. уҡ урыҫ (“Победим”) телдәрендә нәшер ителгән. Баш мөхәррирҙәре: Ғ.Ризуанов, Ғ.И.Ишбулатов. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“ЕҢЕҮ БАЙРАҒЫ”, гәзит

“ЕҢЕҮ БАЙРАҒЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. КПСС‑тың Бүре район ком‑ты һәм Халыҡ деп. советы органы. 1954 й. 1 майынан 1956 й. 30 майына тиклем Силәбе өлк. Бүре р‑ны Бәгәрәктамаҡ а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ. телендә нәшер ителгә. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов  

“ЕРӘН ҠАШҠА”, йыр

“ЕРӘН ҠАШҠА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши тарафынан яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары” (1935) йыйынтығында баҫылып сыға. Артабан йырҙы Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ф.А.Нәҙершина, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.С.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Йыр лирик-эпик характерҙа. “Е.ҡ.” Ватан...

“ЕРМЕКЕЕВСКИЕ НОВОСТИ”, гәзит

“ЕРМЕКЕЕВСКИЕ НОВОСТИ” (“Йәрмәкәй яңылыҡтары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БРҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Яңы еңеүҙәргә” редакция-нәшриәт комплексы » ДУП‑ы. Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ярмәкәй яңалыклары”) телдәрендә сыға. 1935 й....

“ЕТЕ ҠЫҘ”, башҡ. халыҡ йыры, лирик бейеүе

“ЕТЕ ҠЫҘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1939 й. Белорет р‑нында Л.Н.Лебединский тарафынан Ҡ.Әхмәтйәновтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫыла. Көй һәм легенда варианттарын М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Лирик‑драматик...

“ЕТЕ ҠЫҘ”, йыр

“ЕТЕ ҠЫҘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1939 й. Белорет р‑нда Л.Н.Лебединский тарафынан Ҡ.Әхмәтйәновтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫыла. Көй һәм легенда варианттарын М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Лирик‑драматик...

“ЕТЕГӘН”, гәзит

“ЕТЕГӘН”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 2016 й. июленән Туймазы ҡ. айына бер тапҡыр  башҡ. телендә сыға. Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран  р‑ндарында һәм Октябрьский ҡ....

“ЖЕЛЕЗОБЕТОН”, предприятие

“ЖЕЛЕЗОБЕТОН”, ЯСЙ. Тимер-бетон, бетон, ағас әйберҙәр етештерә; төҙөлөш‑монтаж эштәрен башҡара. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составында тимер‑бетон, керамзит‑бетон, механика, арматура (бөтәһе лә 1953 й. ойошторолған), ағас эшкәртеү (1970) цехтары бар. 2010 й. 200 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың...

“ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН"

“ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН", төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 14 б. 2‑се ярт. Хөсәм Кәтиб харәзм‑төрки телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуаттар төрки телдәре) ижад итә. Мәҫнәүи формаһына ҡоролған. Дини‑дидактик характерҙа. Сюжет нигеҙендә — ауыр һынауҙар аша үтеп, ислам динен ҡабул иткән Жөмжөмә солтандың фәһемле...

“ЗА КОММУНИЗМ”

“ЗА КОММУНИЗМ” (“Коммунизм өсөн”), ижт.‑сәйәси гәзит. КПСС-тың Оло Теләк район ком‑ты һәм Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы органы. 1940 й. 17 февр. алып 1956 й. 2 июненә тиклем Оло Теләк районы Оло Теләк а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...