Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ЗӨЛХИЗӘ”, йыр

“ЗӘЛХИЗӘ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. — М.А.Буранғолов, 1937 й. Л.Н.Лебединский тарафынан М.А.Байымовтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Артабан йырҙы Х.Ф.Әхмәтов, З.Ғ.Исмәғилев, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков яҙып ала. Йыр лирик‑драматик характерҙа....

“ИГЕНЧЕ”, гәзит

“ИГЕНЧЕ”(“Игенсе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. 1931 й. дек. башлап “Ярышҡа”, 1937 й. апр. — “Коммунизмға”, 1963 й. —...

“ИГЛИНСКИЕ ВЕСТИ”

“ИГЛИНСКИЕ ВЕСТИ” (“Иглин хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Иглин хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Иглин р‑ны Иглин а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. окт. алып “Ударник”, 1935 й. — “Сталинский путь”...

“ИҘЕЛ”, физкультура-спорт учреждениеһы

“ИҘЕЛ”, физкультура‑спорт учреждениеһы — Инвалидтар йәмғиәте Башҡ‑н респ. ойошмаһының инвалидтар клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. ҡала клубы булараҡ ойошторола, 1993 й. респ. физкультура-спорт клубы, 1999 й. хәҙ. статусын ала. Тренажёр залы бар. Армспорт, ауыр атлетика, бильярд спорты, дартс, еңел атлетика,...

“ИҘЕҮКӘЙ МЕНӘН МОРАҘЫМ”

“ИҘЕҮКӘЙ МЕНӘН МОРАҘЫМ”, башҡ. фольклоры ҡомартҡыһы, эпос. Дөйөм төрки “Идиге” эпосына барып тоташа. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. Эпостың өҙөктәрен М.И.Өмөтбаев (1883), Х.Ғ.Ғәбитов (1923), Ғ.Ф.Вилданов (1927) һ.б. яҙып ала һәм баҫтыра, ш. уҡ А.Г.Бессонов, С.Ф.Миржанова яҙып алған әкиәт варианттары...

“ИЗВЕСТИЯ БАШКИРСКОГО ВОЕННО-РЕВОЛЮЦИОННОГО КОМИТЕТА И ЦЕНТРАЛЬНОГО БЮРО КОММУНИСТОВ (БОЛЬШЕВИКОВ) СОВЕТСКОЙ БАШКИРИИ”, гәзит

“ИЗВЕСТИЯ БАШКИРСКОГО ВОЕННО-РЕВОЛЮЦИОННОГО КОМИТЕТА И ЦЕНТРАЛЬНОГО БЮРО КОММУНИСТОВ (БОЛЬШЕВИКОВ) СОВЕТСКОЙ БАШКИРИИ” [“Башҡортостан хәрби-революцион комитеты һәм Совет Башҡортостаны коммунистарының (большевиктарының) Үҙәк бюроһы хәбәрҙәре”], ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты...

“ИЗВЕСТИЯ БАШКОРТОСТАНА”, гәзит

“ИЗВЕСТИЯ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси респ. гәзите. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыҡҡан. Тиражы — 28 мең дананан ашыу (1999). 1991 й. ғин. алып “Известия Башкирии”...

“ИКАР”, кинокомплекс

“ИКАР”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1988 й. Ишембай ҡ. кинотеатр булараҡ асыла, 2002 й башлап кинокомплекс, 2013 й. алып эшләмәй. 3 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны 360), 2 киноаппарат бүлмәһе, кафе‑ һәм кинобарҙар, бильярд бүлмәһе булған. 2010 й. 8370 киносеанс үткәрелгән (50 меңдән ашыу тамашасы). “И.” кинолекторийҙар,...

“ИЛЕШМОЛОКО”, ААЙ

“ИЛЕШМОЛОКО”, ААЙ. Илеш р-ны Үрге Йәркәй а. урынлашҡан. Составына Андреевка, Баҙытамаҡ, Маншыр, Теләкәй сепаратор бүлексәләре (бөтәһе лә 1964 й. нигеҙләнгән); ҡабул итеү‑аппарат, колбаса кеүек сыр, май, техник казеин (бөтәһе лә — 1964), ҡаты сырҙар (1971), айыртылмаған һөт продукцияһы (1995), эсәр һәм...

“ИЛИШМЯСО”, ЯСЙ

“ИЛИШМЯСО”, ЯСЙ. Илеш р‑ны Түб. Йәркәй а. урынлашҡан. Составына һуғым (1989 й. нигеҙләнгән), колбаса (1993), әүәләү (2011) цехтары; һыуытҡыс (1989) инә. 2010 й. 50 кеше эшләгән. Ит, колбаса ашамлыҡтары, ярым фабрикаттар етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1987 й. ойошторола, 1989 й. Үрге Йәркәй һыуытҡыс‑һуғым...

“ИЛЬЯС”, йыр

“ИЛЬЯС”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1937 й. Л.Н.Лебединский М.Ф.Буранғоловтан яҙып ала, Ғ.З.Сөләймәнов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йыр лирик‑драматик характерҙа. Риүәйәт б‑са, “И.” һунарҙа булған фажиғәгә бәйле яҙылған. Ике ир туғандың береһе, йәнлек көтә торғас,...

“ИММУНОПРЕПАРАТ”, предприятие

“ИММУНОПРЕПАРАТ”, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш министрлығының «“Микроген” медицина иммунобиологик препараттар ҒПБ» ФДУП филиалы. Инфекцион, аллергик, соматик ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, иммунитетты коррекциялау өсөн иммунобиол. һәм фарм. препараттар эшләй һәм етештерә; микробиология,...

“ИНЙӘР”

“ИНЙӘР”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Инйәр” гәзите редакцияһы » ҡаҙна пр‑тиеһы. Архангел р‑ны Архангел а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 2000 й. майынан нәшер ителә. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“ИНМАШ”, предприятие

“ИНМАШ” концерны, ЯСЙ. А.х. техникаһы, станоктар өсөн запас частар, төрлө маркалы автомобилдәр өсөн узелдар һ.б. етештерә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына механика, производство‑термик, йыйыу цехтары инә. 2010 й. 116 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, Белоруссия Республикаһында...

“ИНТЕГРАЛ”, ААЙ

“ИНТЕГРАЛ”, ААЙ. Күп профилле етештереү‑коммерция пр‑тиеһы (торлаҡ һәм сәнәғәт объекттарын проектлау һәм төҙөү, төҙөлөш материалдары, тимер‑бетон изделиелар, туҡланыу продукттары етештереү; нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар эшләү һәм тапшырыу; фарм. продукция һатыу; йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре...

“ИНТЕК” ғилми-производство фирмаһы

“ИНТЕК” ғилми-производство фирмаһы, ЯСЙ. Производствоны автоматлаштырыу (бүлеп таратылған производстволар м‑н корпоратив идара итеү, технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системалары, пр‑тиеның процесҡа йүнәлтелгән мәғлүмәт структураһын булдырыу һ.б.) өсөн ҡорамалдар уйлап табыу, етештереү,...

“ИНТЕРНАЦИОНАЛ", предприятие

“ИНТЕРНАЦИОНАЛ”, ЯСЙ. Ишембай р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ишәй ауылы. Составына үҫемлекселек бригадаһы, ит йүнәлешле һыйыр малы фермаһы инә. 2011 й. 53 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3249 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 218 га. Уңдырышлылығы (ц/га): иген культуралары —...

“ИНТЕРСТРОЙСЕРВИС”, ЯСЙ

“ИНТЕРСТРОЙСЕРВИС”, “Эре панелле йорттар төҙөү” пр‑тиеһының бүлендек ЯСЙ. Торлаҡ, соц.‑көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү эшен башҡара, стена ҡороу өсөн материалдар (50‑нән ашыу төр) етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Берлектәге Башҡортостан-Америка‑Канада “И.” пр‑тиеһы ЯСЙ булараҡ...

“ИНФОРМТЕЛ”, ЯСЙ

“ИНФОРМТЕЛ”, ЯСЙ. Электрон автоматик телефон станциялары өсөн ҡорамалдар әҙерләү, етештереү, монтажлау, сафҡа индереү‑көйләү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. “ЭВМ ЛТД” ЯСШ булараҡ ойошторола, 1996 й. хә .. исемен һ .м статусын йөрөтә. Составына монтаж һәм тәж. участкалары (икеһе лә 1992 й....

“ИРӘКТЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”

“ИРӘКТЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, “Ҡара-Табын ырыуы шәжәрәһе”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. 1852—87 йй. Ғ.Соҡорой шәжәрәнең бер нисә вариантын төҙөй (өс сәсмә һәм бер шиғри варианты билдәле). Сәсмә варианттарында табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуынан сыҡҡан ирәкте башҡ. ырыуының...