Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ҠЫҘЫЛ БАЙРАҠ", агрофирма

“ҠЫҘЫЛ БАЙРАҠ” агрофирмаһы, ЯСЙ. Күгәрсен р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Теләүембәт ауылы. 1961 й. “Ҡ.Б.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, 1999 й. — а.х. производство кооперативы, 2002 й. — «“Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы» АХПК, 2005 й. — ЯСЙ, 2006 й. ябыла. Составына...

“ҠЫҘЫЛ БАТЫР”, гәзит

“ҠЫҘЫЛ БАТЫР”, ижт.‑сәйәси гәзит. БАССР‑ҙың хәрби эштәр б‑са ХК‑ның сәйәси идаралығы органы. 1920 й. ноябренән Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Бөтәһе 7 һаны донъя күрә. Гәзиттә хәрби‑патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Граждандар һуғышының барышы яҡтыртыла. Ябылыу ваҡыты...

“ҠЫҘЫЛ ДОНЪЯ”, гәзит

“ҠЫҘЫЛ ДОНЪЯ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Волга аръяғы хәрби округының сәйәси идаралығы һәм РКП(б)‑ның Һамар губерна ком‑ты эргәһендәге татар‑башҡ. бюроһы органы. Һамар ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке төрки телендә сыға. 1918 й. окт. алып “Яңы көс”, 1920 й. июль‑дек. “Ҡ.д.” исеме м‑н нәшер ителә. Гәзит биттәрендә...

“ҠЫҘЫЛ ҠУРАЙ”, гәзит

“ҠЫҘЫЛ ҠУРАЙ”, ижт.‑сәйәси гәзит. БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. 1921 й. 18 февр. 23 мартҡа тиклем, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәз. нәшер итеү туҡтатылып торған саҡта, Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзиттә РКП(б) органдарының эшмәкәрлеге...

“ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН”, ауыл хужалығы предприятиеһы

“ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН”, ЯСЙ. Учалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ахун ауылы. Составына 3 баҫыусылыҡ һәм 1 йәшелсәселек бригадаһы, һөт етештереү б‑са комплекс, һөтсөлөҡ фермаһы, тирмән, умарталыҡ, төҙөлөш һәм кейеҙ баҫыу цехтары һ.б. инә. Ял йорто бар. 2012 й. 35 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...

“ҠЫҘЫЛ ПРОЛЕТАРИЙ”, предприятие

“ҠЫҘЫЛ ПРОЛЕТАРИЙ”, ААЙ. Нефть сығарыу һәм ташыу, нефть промыслаларын хеҙмәтләндереү өсөн нефть промыслаһы, быраулау һәм геол. разведка ҡорамалдарын яһау (25‑тән ашыу төр) һәм капиталь ремонтлау эштәрен башҡара. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына дизель (1966 й., 1980 й. нигеҙләнгән), механика (1972)...

“ҠЫУАТОВ”, йыр

“ҠЫУАТОВ”, “Ҡ ы у а т о в к а н т о н”, “Ҡ ы у а т о в с ә с ә н”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. “Ҡ.” көйөнөң варианттары тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан 1893 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡаҙаҡҡол а. (Учалы р‑ны) ҡурайсы Ислам Моратовтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы...

“ЛӘЙЛӘ МЕНӘН МӘЖНҮН”, көнсығыш әҙәбиәте ҡомартҡыһы

“ЛӘЙЛӘ МЕНӘН МӘЖНҮН”, көнсығыш әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. Сюжет нигеҙендә һылыу ҡыҙ Ләйлә менән Мәжнүн (ғәр. – аңын юғалтҡан) ҡушаматлы шағир егет Ҡайсаның фажиғәле мөхәббәте т‑дағы боронғо ғәрәп легендаһы ята. Ата-әсәләре ихтыярына буйһоноп, бер‑береһенән ваз кисергә мәжбүр булған ғашиҡтар айырылышыуға...

“ЛӘЙСӘН”, ансамбль (Учалы)

“ЛӘЙСӘН”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡарамағындағы халыҡ бейеүе ансамбле. 1964 й. “Байрамғол” с‑зының мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторола, 2005 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. 1972 й. – “халыҡ”, 2013 й. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы...

“ЛӘЛӘ-ТЮЛЬПАН”, мәсет

“ЛӘЛӘ-ТЮЛЬПАН” Өфө йәмиғ мәсете. 1989 й. нигеҙ һалына, 1998 й. төҙөлөш тамамлана, 1999 й. алып эшләй. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында тора. Мосолман Үҙәк Диниә назараты инициативаһы б‑са сәнәғәт пр‑тиелары һәм айырым кешеләр аҡсаһына төҙөлә. Архитекторы В.В.Дәүләтшин. Мәсет (50х50х21)...

“ЛЕММ”, предприятие

“ЛЕММ”, ЯСЙ. Дарыуҙар, биологик актив матдәләр, балалар аҙығы, мед. тәғәйенләнешле әйберҙәр, дауалау косметикаһы һ.б. һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Күмәртә склады бар. 2012 й. 40 кеше эшләгән. Өфө, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ,...

“ЛЕНИН ОКТЯБРЕ”, предприятие

“ЛЕНИН ОКТЯБРЕ”, иген һәм малс‑ҡ продукцияһы етештереү пр‑тиеһы. Үҙәк усадьбаһы — Бөрө р‑ны Осиновка ауылы. 1928 й. “Л.О.” к‑зы булараҡ нигеҙ һалына, 1998 й. алып “Л.О.” АХПК, 2011 й. ябыла. Составында һөт һәм һыйыр ите етештереү, үҫемлекселек, механизациялау һәм электрлаштырыу һ.б. цехтар булған. Продукцияһы...

“ЛЕНИН ЮЛЫ”, журнал

“ЛЕНИН ЮЛЫ”, ижт.‑сәйәси журнал. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. Өфөлә ай һайын башҡ. телендә сыға. 1928 й. апр. алып 1930 й. июленә, 1932 й. дек. башлап 1937 й. дек. тиклем нәшер ителә. Журнал биттәрендә респ. партия ойошмаларының эшмәкәрлеге яҡтыртыла, үҙәк һәм өлкә партия ком‑тының ҡарарҙары,...

“ЛЕРМОНТОВ ҮҘӘГЕ”, йәмәғәт ойошмаһы

“ЛЕРМОНТОВ ҮҘӘГЕ” Башҡортостан Республикаһы хәйриә йәмәғәт ойошмаһы, тыуған ил мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында булдырылған. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: М.Ю.Лермонтовтың тормошон һәм ижадын өйрәнеү, уға арналған саралар, камерный әҙәби‑муз. һәм тематик осрашыуҙар,...

“ЛИГАС”, предприятие

“ЛИГАС” к о м м е р ц и я и н н о в а ц и я ү ҙ ә г е, ЯСЙ. Сәнәғәт, фән, бизнес һәм мәғариф өлкәһендә махсуслаштырылған һәм халыҡ- ара күргәҙмәләр, презентациялар, конференциялар, семинарҙар ойоштора һәм үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. ойошторола. 2012 й. ҡарата “Л.” тарафынан 200‑ҙән ашыу күргәҙмә...

“ЛИТА”, предприятие

“ЛИТА”, ААЙ. Металл конструкциялар һәм металл изделиелар (сүкеп яһалған һәм иретеп йәбештерелгән рәшәткәләр, ҡоймалар, баҫҡыс яндауырҙары, ҡапҡалар, аҫма түбәләр һ.б.) етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына металл изделиелар участкаһы инә. 2011 й. 28 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1936 й. 1 Май...

“ЛИТЕРАТУРНАЯ БАШКИРИЯ”, альманах

“ЛИТЕРАТУРНАЯ БАШКИРИЯ” (“Әҙәби Башҡортостан”), альманах. БАССР Яҙыусылар союзының урыҫ секцияһы органы. 1948—62 йй. Өфөлә урыҫ телендә нәшер ителә, бөтәһе 19 киҫәге баҫылып сыға. “Л.Б.” Башҡортостандағы урыҫ телле яҙыусыларҙың, ш. уҡ башҡ. яҙыусыларының урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла. Г.Н.Шәмсетдинова Тәрж....

“ЛОКОМОТИВ”, баскетбол б‑са команда

“ЛОКОМОТИВ”, баскетбол б‑са ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы. Өфөлә эшләгән: 1979 й. алып Башҡ‑н өлкә советы “Спартак” ДСО‑ның “Спартак”, 1991 й. алып “Уфанефтехим” пр‑тиеһының “Нефтсе”, 2000—05 йй. —  “Локомотив” физкультура‑спорт клубының “Л.” командаһы. “Л.”  командаһы — ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе...

“ЛОКОМОТИВ”, спорт комплексы

“ЛОКОМОТИВ”, Куйбышев т. юлы соц. өлкә дирекцияһының Һамар физкультура‑спорт клубы спорт комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 2002 й.  Куйбышев т. юлы Башҡортостан бүлексәһе ирекле физкультура‑спорт клубының “Л.” спорт комплексы булараҡ асыла (ҡара: “Локомотив”), 2010 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. Бассейны...

“ЛОКОМОТИВ”, физкультура‑спорт клубы

“ЛОКОМОТИВ”, физкультура‑спорт клубы. 1936 й. алып Өфөлә Башҡ‑н өлкә советы ДСО‑һы булараҡ эшләй, 1987 й. — спорт клубы, 1999 й. — Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең ирекле физкультура‑спорт клубы, 2006 й. — Башҡ‑н мәҙәни‑ спорт үҙәге, 2008—10 йй. Куйбышев т. юлы соц. өлкә дирекцияһының Башҡ‑н физкультура‑спорт...