Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ТАУСЫ”, стадион

“ТАУСЫ”, стадион. Учалы ҡ. урынлашҡан. 1978 й. асыла, 2000 й. тиклем Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты ҡарамағында була. Яһалма япмалы футбол яланы (110×71 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), мини‑футбол өсөн майҙансығы, теннис корты, трибуналары (3113 урынға иҫәпләнгән) һ.б. бар. Аэробика, саңғы...

“ТАҺИР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”

“ТАҺИР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, дастан. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1960 й. Ырымбур өлк. Ҡотош а. Р.Л.Теләкәеванан К.Мәргән яҙып алған. Көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. Сюжеты нигеҙендә — Таһир м‑н Зөһрәнең трагик мөхәббәт тарихы. Төп геройҙарҙың аталары, хан һәм уның вәзире, тыумаҫ...

“ТАШТУҒАЙ”, башҡ. халыҡ йыры

“ТАШТУҒАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм“Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын Р.Л.Ғәбитов, Н.Т.Зарипов, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Р.Ә.Мортазин, И.В.Салтыков,...

“ТӘБИҒӘТ”

“ТӘБИҒӘТ”, экологик фәнни‑ғәмәли журнал. Ойоштороусылары — БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ. 2003 й. апр. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. Тиражы — яҡынса 1,1 мең дана (2016), яҙылыу б‑са таратыла. Журнал биттәрендә тәбиғәтте...

“ТӘТЕШЛЕ ХӘБӘРЛӘРЕ”

“ТӘТЕШЛЕ ХӘБӘРЛӘРЕ” (“Тәтешле хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Тәтешле р‑ны Үрге Тәтешле а. аҙнаһына 2 тапҡыр татар һәм урыҫ (“Татышлинский вестник”) телдәрендә сыға. 1935...

“ТӘУАРИХИ БОЛҒАРИЙА”

“ТӘУАРИХИ БОЛҒАРИЙА” (“Болғар тарихы”), Волга буйы Болғары тарихына арналған тәуарих. Ташбилге тигән ерҙә Хисаметдин ибн Шәрәфетдин Мөслими тарафынан яҙылған. Ҡомартҡы инештән, 2 бүлектән һәм йомғаҡлауҙан тора. Инештә авторы, ваҡыты (1551—84; ғалимдар әҫәрҙе 18 б. аҙ. — 19 б. башына ҡарай тип билдәләй)...

“ТӘҮӘКӘН”

“ТӘҮӘКӘН”, ДУАХП. Күгәрсен р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Тәүәкән а. “Т.” составына һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. симменталь тоҡомло һәм ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малдарының тоҡом репродукторы), һимертеү комплексы; ҡатнаш аҙыҡ, үҫемлек майы етештереү, һөт эшкәртеү, йомортҡаларҙы инкубациялау цехтары;...

“ТӘФТИЛӘҮ”, башҡ. халыҡ йыры

“ТӘФТИЛӘҮ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың варианттары тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырып сығарыла. “Т.” артабанғы варианттарын М.А.Буранғолов, Р.Л.Ғәбитов, Л.Н.Лебединский, Ф.А. Нәҙершина,...

“ТЕАСТАН – Өфө сәй төрөү фабрикаһы”

“ТЕАСТАН — Өфө сәй төрөү фабрикаһы”, ЯАЙ. Сәй, дарыу үләндәре, бал, шәкәр һ.б. күпләп һатып алыу, эшкәртеү, фасовкалау һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. Составына сәй етештереү һәм бал фасовкалау цехтары; ремонт‑төҙөлөш, электр‑монтёр, транспорт участкалары инә. 2009 й. 73 кеше эшләгән; 178 т продукция етештерелгән....

“ТЕКОЙЛ"

“ТЕКОЙЛ”, ЯАЙ. Металлургия һәм машиналар эшләү өсөн техник майҙар, резина-техник производство өсөн пластификаторҙар, нефть һәм газ сығарыу пр‑тиелары өсөн реагенттар әҙерләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. ойошторола. Составына май, мотор майы һәм майлау‑һыуытыу шыйыҡлыҡтары етештереү,...

“ТЕПЛОИЗОЛЯЦИЯ”

“ТЕПЛОИЗОЛЯЦИЯ” Ө ф ө  ф и р м а һ ы, ААЙ. Үткәргес торбалар һәм ҡорамалдарға йылы һәм һалҡын үткәрмәү, бина фасадтарын һәм түбәләрен йылытыу б‑са эштәр; рулонлы һәм табаҡлы фенол быяла пластиктары етештереү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Составына 3 төҙөлөш, етештереүгә әҙерләү, автотранспорт, ремонт‑төҙөлөш...

“ТЕПЛОМОНТАЖ”

“ТЕПЛОМОНТАЖ” Б а ш ҡ о р т о с т а н ф и л и а л ы, сәнәғәттәге мейес торбалары етештереү, тәьмин итеү һәм монтажлау пр‑тиеһы. Өфөлә урынлашҡан. Составына арматура һәм металл конструкциялар участкалары, һауа өрҙөрөп тултырыу узелы инә. 2009 й. 88 кеше эшләгән; 3 йыйылма тимер‑бетон мейес торбалары...

“ТЕПЛОТЕХНИКА”

“ТЕПЛОТЕХНИКА” ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о п р е д п р и я т и е һ ы, ЯСЙ. Электр һәм йылылыҡ техникаһы ҡорамалдары етештерә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола. Составына производство базаһы инә. 2009 й. 92 кеше эшләгән; 62361 мең һумға продукция етештерелгән. Продукцияһын ҡулланыусылар...

“ТЕПЛОЦЕНТРАЛЬ”

“ТЕПЛОЦЕНТРАЛЬ”, “Башкирэнерго” ААЙ‑ның йылылыҡ энергияһын эшләп сығарыу б‑са структур бүлексәһе. Составына 10 ҡаҙан цехы, производство хеҙмәттәре инә. 2004 й. 950 кеше эшләгән; 4 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәрелгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — Ағиҙел, Ишембай, Нефтекама, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ...

“ТЕРЕМОК”, балалар кинотеатры

“ТЕРЕМОК”, балалар кинотеатры. 1969—2007 йй. Өфөлә эшләй. 150 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе була. 2006 й. 89 киносеанс үткәрелә (4608 тамашасы). “Т.” кинодәрестәр, кинолекциялар, “Сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн” (“За здоровый образ жизни”), “Наркотиктарға — юҡ!” (“Нет — наркотикам!”) акциялары...

“ТЕРМИНАЛ‑АҒИҘЕЛ”

“ТЕРМИНАЛ‑АҒИҘЕЛ”, ЯАЙ. Үткәргес торбалар, нефть резервуарҙарын ремонтлау һәм монтажлау; биҙәкләү, ҡыйыҡ ябыу, металл конструкцияларҙы коррозиянан һаҡлау эштәре м‑н шөғөлләнә. Ағиҙел ҡ. урынлашҡан. 1997 й. ААЙ булараҡ ойошторола, 2001 й. хәҙ. статусын ала. 2009 й. 150 кеше эшләгән; 52,6 млн һумға эш...

“ТЕРМОСТЕПС”

“ТЕРМОСТЕПС” С а л а у а т  й ы л ы л ы ҡ  ү т к ә р м ә ү с е  и з д е л и е л а р  з а в о д ы. Минераль мамыҡ, үтәләй тегелгән маталар һәм минераль мамыҡтан плиталар (ҡара: Йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиелар) етештергән. 1955 й. Салауат минераль мамыҡ з‑ды булараҡ сафҡа индерелгән (ҡеүәте...

“ТЕХНОЛОГ”, ғилми‑производство берекмәһе

“ТЕХНОЛОГ”, ғилми‑производство берекмәһе, ААЙ. Аҙ күләмле химия продукттары технологияларын эшләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына ғилми‑тикшеренеү лаб., производство цехтары, механика һәм коммерция хеҙмәттәре, фәнни‑техник китапхана инә. 2009 й. 100 кеше эшләгән, ш....

“ТИРМӘНСЕ ҠЫҘЫ”

“ТИРМӘНСЕ ҠЫҘЫ”, Дж. Паизиеллоның 2 шаршаулы операһы (Дж.Паломб либреттоһы). 1788 й. яҙылған. Опера һәм балет театрының тәүге постановкаһы. 3 шаршаулы “Т.ҡ.” башҡ. телендәге (Ғ.Р.Шәмуҡов тәржемәһе) премьераһы 1938 й. 14 дек. үтә (муз. етәксеһе һәм дирижёры П.М.Славинский, реж. Ҡ.Ғ.Бәкеров, ҡуйыусы рәссамы...

“ТОЛПАР”, ат спорты комплексы

“ТОЛПАР”, ат спорты комплексы, муниц. авт. учреждение. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ҡаран а. урынлашҡан. 1976 й. М.Ғафури ис. к‑з эргәһендә асыла, 1999 й. алып балалар‑үҫмерҙәр ат спорты комплексы, 2002 й. — ат спорты комплексы, МУАХП, 2011 й. хәҙ. статусын ала. Ат сабыштырыу юлы (990 м), конкур майҙаны (80х60...