Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ТӘБИҒИ РАЙОНДАРЫ”

“ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ТӘБИҒИ РАЙОНДАРЫ” (“Естественные районы Оренбургской губернии”), С.С.Неуструевтың монографияһы, Ырымбур ҡ. нәшер ителгән (1918). Ырымбур губернаһының ландшафтарын өйрәнеү б‑са тәүге геогр. яҙма, физик‑географик районлаштырыуға нигеҙ булып торған хеҙмәт. 1915—17 йй. Ырымбур губ....

“ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНА ӨҪТӨНЛӨК”

“ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНА ӨҪТӨНЛӨК”, Ырымбурҙың урынын, исемен билдәләгән һәм уның халҡына айырым хоҡуҡтар, сауҙа‑хужалыҡ льготалары биргән документ. Сенаттың обер‑секретары И.К.Кириловтың тәҡдиме м‑н 1734 й. 7 июнендә императрица Анна Иоанновна тарафынан ҡул ҡуйылған. 20 пункттан тора. Документҡа ярашлы, Ырымбурҙа...

“ЫРЫМБУР ТОПОГРАФИЯҺЫ”

“ЫРЫМБУР ТОПОГРАФИЯҺЫ”, “Ырымбур топографияһы, йәғни Ырымбур губернаһын ентекле тасуирлау”, П.И.Рычков монографияһы. 1762 й. “Ежемесячные сочинения к пользе и увеселению служащие” (“Хеҙмәткәрҙәр файҙаһына һәм күңел асыуына айлыҡ әҫәрҙәр”) ж. баҫыла, айырым китап булып сыға; 1887 й., 1949 й., 1999 й.,...

“ЭКОЛЕС”, ЯАЙ

“ЭКОЛЕС”, ЯАЙ. Шпондан бүлмә‑ара ишектәр етештерә. БР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлашҡан. 1994 й. ойошторолған. “Э.” составына производство базаһы инә. Стәрлетамаҡ, Өфө, Ҡазан ҡҡ. салон‑магазиндары бар. 2010 й. 116 кеше эшләгән; 15 мең комплект ишек блоктары эшләнгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Тәрж....

“ЭКОНОМИКА И МЫ”

“ЭКОНОМИКА И МЫ” (“Иҡтисад һәм беҙ”), гәзит. Ойоштороусыһы — “Восток” банкыһы. 1990—94 йй. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә илдәге иҡт., сәйәси, соц. ваҡиғалар яҡтыртылған, милли, дини, фәнни характерҙағы мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр һ.б. баҫылған. Мөхәррирҙәре: Р.Ф.Ҡадиров,...

“ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ”

“ЭКОНОМИКА И УПРАВЛЕНИЕ: НАУЧНО‑ПРАКТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ: фәнни‑ғәмәли журнал”). Ойоштороусылары — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БР ФА. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана. 1994 й. апр. алып “Экономика и управление” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ”) исеме,...

“ЭКСПРЕСС”, ЯСЙ

“ЭКСПРЕСС” мәғлүмәт‑коммуникация үҙәге, ЯСЙ. Телекоммуникация һәм мәғлүмәт хеҙмәтен күрһәтә, структураланған кабель системаларын, локаль хисаплау селтәрҙәрен, видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Э.” составына сервис үҙәге (2006 й. асылған) инә. Фирма магазины бар....

“ЭКСТРА‑КОРМ”, ДУП

“ЭКСТРА‑КОРМ” Ҡ а н д р а з а в о д ы, ДУП. Игенде киптереү, һаҡлау, тулы рационлы ҡатнаш мал аҙығына, концентраттарға, мал аҙығы ҡатнашмаларына эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Туймазы р‑нында урынлашҡан. Составына етештереү, силос корпустары, механика оҫтаханаһы инә. 2006 й. 56 кеше эшләгән; 3202 т продукция...

“ЭЛЕВАТОРСПЕЦСТРОЙ”

“ЭЛЕВАТОРСПЕЦСТРОЙ”, иген һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиеларын, торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Өфөлә Стәрлетамаҡ, Куйбышев ҡҡ.; Ырымбур өлк. поездар төҙөү идаралығы һәм 601‑се ПМК (Быҙаулыҡ ҡ.) базаһында “Южуралэлеваторстрой” тресы булараҡ ойошторолған, 1999...

“ЭЛЕКТРОАППАРАТ”, ААЙ

“ЭЛЕКТРОАППАРАТ” Ө ф ө з а в о д ы, ААЙ. Электр бүлеү һәм көйләү аппаратураһын етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына әҙерләү, йыйыу, табаҡ эшкәртеү һәм штамплау, лак‑буяу һәм гальваник ҡаплау, инструменттар, транспорт цехтары инә. 2010 й. 515 кеше эшләгән; 36 дана вакуумлы һүндергес, 37 — өрҙөрөү м‑н...

“ЭЛЕКТРОЛУЧ”, завод

“ЭЛЕКТРОЛУЧ” Ө ф ө з а в о д ы. Күреү б‑са инвалидтарҙы хеҙмәт, соц.‑мәҙәни, спорт‑һауыҡтырыу яғынан реабилитациялау һ.б. м‑н шөғөлләнә. 1949 й. Һуҡырҙар йәмғиәте (2007 й. тиклем) составында Өфө уҡытыу‑производство оҫтаханаһы (1958 й. алып пр‑тие) булараҡ ойошторола, 1988 й. башлап “Э.” Башҡ‑н ПБ (со­ставына...

“ЭЛМӘЛЕК”, оҙон көй

“ЭЛМӘЛЕК”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Л.Н.Лебединский тарафынан яҙып алына, Н.Иҙелбай яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың вариантын Ғ.З.Сөләймәнов К.М.Дияровтан яҙып ала. Лирик‑драматик йыр. Төп темаһы — соц. тигеҙһеҙлек. Үҙ дәрәжәһен белгән ярлылар...

“ЭЛЬДОРАДО”, ансамбль

“ЭЛЬДОРАДО”,“Иҙел” Ҡала мәҙәниәт йортоноң (Ағиҙел ҡ.) эстрада һәм бал бейеүҙәре ансамбле. 1995 й. ойошторола, 1996 й. “өлгөлө” исеме ала. Ансамбль составына 6—19 йәшлек 70‑тән ашыу кеше инә. Репертуарында хореографик композициялар [“Ерән Ап” (“Рыжий Ап”), “Иҫләгеҙ...” (“Помните...”), “Ҡулсатырҙар” (“Зонтики”),...

“ЭНЕРГОНЕФТЕГАЗСТРОЙ”

“ЭНЕРГОНЕФТЕГАЗСТРОЙ”, электр энергияһы тапшырыу линияларын һәм электр подстанцияларын төҙөү б‑са пр‑тие. 1964 й. Өфөлә Башҡ‑н, Ҡурған, Силәбе (икеһе лә — 1967 й. тиклем), Ырымбур (1968 й. тиклем) өлк. төҙөлөш‑монтаж ойошмаларын берләштергән “Южуралсельэлектросетьстрой” тресы булараҡ ойошторола. 1993...

“ЭРВЕЛ МАРИЙ”

“ЭРВЕЛ МАРИЙ” (“Көнсығыш мариҙар”), Башҡортостан мариҙарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. июлендә Мари республикаһы...

“ЭРВЕЛ”

“ЭРВЕЛ” (“Таң”), Мишкә район мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле. 20 б. 50‑се йй. аҙ. ойошторола. 1967 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестрына (1997, етәксеһе С.В. Шахмадеева) ҡушылып башҡарыла. Репертуарында театрлаштырылған йолалар [“Мари туйы” (“Марийская свадьба”)]...

“ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ ЙОРТТАР ТӨҘӨҮ”, ААЙ

“ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ ЙОРТТАР ТӨҘӨҮ”, “КПД”, ААЙ. БР‑ҙа панелле торлаҡ йорттар һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составына 25 бүлендек һәм бойондороҡло пр‑тие, ш. иҫ. “Белит‑КПД”, “Интерстройсервис”, инә. “Асы” шифаханаһында корпусы, балалар һауыҡтырыу лагеры...

“ЭСКАДРОН”, халыҡ йыры

“ЭСКАДРОН”, башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан 1929 й. БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 2‑се Төрөкмән а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Харис Хәкимовтан яҙып алына, шиғри тексы “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында, ноталар м‑н К.Й.Рәхимов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары”...

“ЮБИЛЕЙНАЯ”, тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑каһы

“ЮБИЛЕЙНАЯ”, тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑каһы, ЯСЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ (Өфө) составына инә. Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. урынлашҡан. “Ю.” составында төп етештереүҙең инкубация, үрсем алыу өсөн аҫралған йәш ҡоштар, нәҫел көтөүе, йомортҡаны сортлау һәм төргәкләү цехтары (бөтәһе лә 2000 й. ойошторолған);...

“ЮЖАРЛАННЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы

“ЮЖАРЛАННЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Арлан­нефть­ятҡылығыныңЯңы Хажи майҙанын, Бейәбаш, Көнгәк, Нарат, Һикәяҙ нефть­ ят­ҡылыҡтарын һәм Асҡын, Краснокама р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Краснокама р‑ны Редькин а. урынлашҡан. Составында...