Список материалов
СЫРТЛАНОВТАР
СЫРТЛАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Ишбулды С. (1757–1833), указлы мулла. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Шиһабетдин С. (1793–1813), поход яҫауылы. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында...
СОЛТАНОВТАР
СОЛТАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы Мәстей а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ғәбделйәлил С. (1750—?), поручик (1791). 1771—73 йй. Польша походында ҡатнашыусы. Йорт старшинаһы, 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдарынан иң билдәлеләре:...
СИПАЙЛОВТАР
СИПАЙЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар сығышы м‑н Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) була. 1654 й. Кама аръяғы сик һыҙығында Зәй ҡәлғәһенә урынлашалар. Билдәлеләре: Михаил Петрович С. (1766—?) һәм Яков Петрович С. (1769—?), прапорщиктар, Ырымбур сик буйы...
СӘФӘРОВТАР
СӘФӘРОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Шәмшәҙе улусы Мәҫкәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) башҡорттары. Билдәлеләре: Әбделвәхит Йәғәфәр улы С. (1764—1848), йорт старшинаһы. Уның улдары: Әбделхәким Әбделвәхит улы С. (1795— 1857), поход старшинаһы; Әбделбасир Әбделвәхит улы С. (1800—39), зауряд‑яҫауыл...