Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы

ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы (10.5.1936, БАССР-ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), журналист. Филос. ф. канд. (2010). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы ағзаһы (1957). М.А.Ғафуровтың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1964) Өфөлә эшләй: ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының, 1966 й. алып “Ленинец”...

ГӘЗИТ

ГӘЗИТ, ағымдағы ваҡиғалар т‑да материалдар сығарыусы баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат; киң мәғлүмәт сараларының береһе. Г. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары, айырым кешеләр тарафынан сығарыла. Аҙнаһына 1—7 тапҡыр сығырға мөмкин, күләме — 1 һәм унан күберәк бит. Тибы...

ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы

ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы [1.2.1933, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Ҡотлоғужа а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011). Журналистар союзы ағзаһы (1969). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1967). 1961 й. алып “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; Туймазы ҡ.), 1963 й. — “Ленинский путь” (Салауат ҡ.)...

ВӘХИТОВ Радик Шакир улы

ВӘХИТОВ Радик Шакир улы (17.8.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Ҡаратаулы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), инженер, журналист. Техник ф. канд. (1975). Журналистар союзы ағзаһы (2008). Ш.Ҡ.Вәхитовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Вихрь” махсус...

ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ

ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ, билдәле бер ваҡыт эсендә, бер баш аҫтында сыҡҡан йәки сығарылған баҫмалар (гәзиттәр, журналдар, бюллетендәр, йыйынтыҡтар һ.б.); иң мөһим киң мәғлүмәт сараларының береһе. В.м. мәғлүмәт бирә, йәмәғәтселек фекерен тыуҙыра, идара итеү системаһында халыҡ м‑н бәйләнеш булдырырға ярҙам итә,...

БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы

БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы (19.6.1958, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Молодёжная газета” гәз. эшләй, 1997—2005 йй. “Ватандаш” ж. бүлек мөхәррире. Хәрби‑патриотик һәм спорт темаларына мәҡ., Чечнялағы хәрби бәрелештәр (1994—96)...

БРЕХОВА Галина Николаевна

БРЕХОВА Галина Николаевна (4.6.1945, Находка ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1969). 1965 й. алып “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; ҡара: “Белебеевские известия”) Бәләбәй р‑н гәзите эргәһендәге радиотапшырыуҙың хәбәрсе‑ойоштороусыһы....

БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ, ижт.‑сәйәси гәзит

“БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ” (“Белорет эшсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Белорет ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1928 й. сент. алып Белорет металлургия з‑ды гәзите (1923—28 йй....

БЕЛЕМ

“БЕЛЕМ” Башҡортостан Республикаһы йәмғиәте, йәмәғәт ойошмаһы. 1948 й. Өфөлә Бөтә Союз сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ асыла, 1963 й. алып РСФСР “Б.” йәмғиәтенең Башҡ-н респ. ойошмаһы, 1995 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Рәсәйҙең “Б.” йәмғиәте составына инә....

БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ИЗВЕСТИЯ, гәзит

“БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ИЗВЕСТИЯ” (“Бәләбәй хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Белебеевские известия” — “Бәләбәй хәбәрҙәре” — “Бәләбәй хәбәрләре” гәзите редакцияһы » ҡаҙна пр‑тиеһы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, татар (“Бәләбәй...

БЕЗБОЖНИК (“Аллаһыҙ”)

“БЕЗБОЖНИК” (“Аллаһыҙ”), гәзит. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының (ҡара: Атеизм) Башҡ‑н өлкә советы органы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1931 й. мартынан нәшер ителә. Барлығы 29 һаны билдәле. “Б.” дингә ҡаршы, фәнни‑популяр мәҡәләләр, ш. уҡ халыҡ араһында наҙанлыҡты бөтөрөү б‑са материалдар баҫыла. Тәрж. Р.М.Шәрипова...

БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы

БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы (3.5.1950, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а.), журналист. Филол. ф. канд. (2010). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1988), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Ҡыйғы р‑нының Иҙрис 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, дир., 1983 й....

БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит

“БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 4 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 6,5 мең дана (2015). 1917 й. июненән Ырымбур ҡ. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” исеме аҫтында...

БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы

БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22.12.1965, Өфө), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире, 1999—2010 йй. ижт.‑сәйәси тапшырыуҙарҙың баш мөхәррире, 2011 й. алып “Боронғо Өфө”...

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы [27.7.1953, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1981 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 2001 й. — “Башҡортостан”...

АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы [29.3.1925, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай районы)] — 21.8.1998, Стәрлетамаҡ ҡ.), журналист. РСФСР-ҙың (1979), БАССР‑ҙың (1975) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Журналистар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары...

АЛЛАЯРОВ Алик Рәшит улы

АЛЛАЯРОВ Алик Рәшит улы (3.7.1973, Өфө), тележурналист. Журналистар союзы ағзаһы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) “Башҡортостан” ДТРК-нда эшләй: махсус хәбәрсе, “ТВ студияһының мәғлүмәт программалары” ижади берекмәһе етәкс., сәйәси күҙәтеүсе, Мәғлүмәт программалары хеҙмәте нач. урынбаҫары, продюсер....

АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы

АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы [9.10.1955, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)], журналист. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре. 1978 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башҡортостан” гәз. эшләй: хәбәрсе, 1990 й....

АЗУРИТ

АЗУРИТ (франц. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы

АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы [24.10.1905, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Әхмәр а. (Ырымбур өлкәһе Яңы Сергеевка районы) — 21.1.1996, Өфө ҡ.], журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Журналистар союзы ағзаһы (1965). Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһын тамамлаған...