Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨНДӘРҘЕҢ КОМБИНАТОРЛЫ ҮҘГӘРЕШЕ

ӨНДӘРҘЕҢ КОМБИНАТОРЛЫ ҮҘГӘРЕШЕ, телмәр ағышында өндәрҙең бер‑береһенә тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән фонетик үҙгәрештәр. Ө.к.ү. билдәле бер телдең артикуляцион база үҙенсәлектәре һәм телдең эске закондары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған һәр телдә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр м‑н билдәләнә. Фонологик...

ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ

ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ, Төрки ҡағанаты һәм Ҡырғыҙ ҡағанаты (6 б. 2‑се ярт. – 13 б. башы) дәүере ҡомартҡыларындағы боронғо төрки телдәрҙең береһе (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре). Байтаҡ төрки ҡәбиләләр өсөн диалекттан өҫтөн булған койненың яҙма формаһы итеп ҡулланылған, тип...

ОНОМАСТИКА

ОНОМАСТИКА (гр. onomastikoјs – атамаға ҡағылышлы), яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнгән тел ғилеме бүлеге: кеше исемдәре (антропонимдар), геогр. объекттарҙың атамалары (топонимдар), илаһтар (теонимдар), хайуандар (зоонимдар), күк есемдәре (астронимдар), йыһан киңлеге өлөштәре һәм йондоҙлоҡтар (космонимдар),...

ОМОНИМДАР

ОМОНИМДАР (гр. homoјs — бер төрлө һәм oЈnyma — исем), әйтелеше б‑са тап килгән, әммә мәғәнәһе б‑са бер‑береһенә бәйләнмәгән һүҙ йәки һүҙ өлөштәре. Телдең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә телдә һүҙҙәрҙең фонетик яҡтан үҙгәреүе, ш. уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең, һүҙьяһалыштарҙың һәм һүҙҙәрҙең үҙгәреү процестары,...

ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘӘРЕ

ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘӘРЕ, кеше тауышына, хайуан һәм ҡош‑ҡорт сығарған өн‑ауаздарға, әйбер, предмет, тәбиғәт күренештәренән хасил булған тауыштарға оҡшатыуҙы белдергән һүҙ төркөмө. О.һ. экспрессив була, йышыраҡ һөйләү телмәрендә ҡулланыла, нәфис әҙәбиәт телендә киң урын ала. Хәҙ. башҡорт телендә семантикаһы б‑са...

НУҒАЙ ТЕЛЕ

НУҒАЙ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Нуғайҙарҙың милли теле. Дағстанда, Ингушетияла, Ҡарасай‑Черкес, Чечен Респ., Әстерхан өлк., РФ‑тың Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 75 мең кеше (1989). Ҡаҙаҡ теленә, ҡарағалпаҡ...

НОСТРАТИК ТЕЛДӘР

НОСТРАТИК ТЕЛДӘР, б о р е а л ь т е л д ә р, алтай телдәрен, афразия, дравид телдәрен, һинд-европа телдәрен, картвель һәм урал телдәрен берләштергән гипотетик телдәр макроғаиләһе. Н.т. көнсығыш‑ностратик (алтай, дравид, урал) һәм көнбайыш‑ностратик (афразия, һинд-европа, картвель) телдәренә бүлеп йөрөтөлә....

НЕОЛОГИЗМДАР

НЕОЛОГИЗМДАР (нео... һәм гр. lo¼gos — һүҙ), билдәле бер осорҙа ниндәй ҙә булһа телдә барлыҡҡа килгән һүҙҙәр, һүҙҙәр бәйләнеше йәки уларҙың мәғәнәһе. Яңы предметтарҙың, төшөнсәләрҙең һәм уларҙың сифатына атама биреү кәрәклеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Н. пассив лексика фондына ҡарай, әммә улар актив фондҡа...

НЕМЕЦ ТЕЛЕ

НЕМЕЦ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Австрия, Германия, Лихтенштейндың рәсми теле; Бельгия, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе. Шулай уҡ АҠШ, Италия, Канада, Румыния, РФ, Францияның айырым өлкәләрендә, Көньяҡ Американың ҡайһы бер дәүләттәрендә таралған. Һөйләшеүселәр...

МОРФЕМИКА

МОРФЕМИКА, һүҙҙең иң бәләкәй мәғәнәүи берәмеге булған морфемалар йыйылмаһы; морфемаларҙың типтарын һәм төҙөлөшөн, уларҙың бер- береһенә һәм һүҙгә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Морфема телмәрҙә бер йәки бер нисә төр морфтар (алломорфтар) — һүҙ формаһының иң бәләкәй мәғәнә берәмеге рәүешендә...

МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ

МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. М.т. Афғанстанда, Ҡытайҙа, Монголияла, ш. уҡ Бүрәт, Ҡалмыҡ Респ. һәм РФ‑тың ҡайһы бер төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 7 млн яҡын кеше. М.т. 14—16 бб. берҙәм монгол теле диалекттарының үҫеше һөҙөмтәһендә формалаша. Барлыҡҡа килгән үҙ аллы телдәргә фонетик,...

МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР

МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР, модаллек мәғәнәһен белдергән махсус һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә мәғәнә йөкмәткеләренә ҡарап раҫлауҙы һәм инҡар итеүҙе: “эйе”, “бар”, “юҡ”, “түгел”, “әлбиттә”, “ысынлап”, “дөрөҫ”, “асылда”, “ярай” һ.б.; тейешлекте һәм кәрәклекте: “кәрәк”, “тейеш”; мөмкинлекте: “мөмкин”, “ярамай”;...

МОДАЛЛЕК

МОДАЛЛЕК (лат. modus — күләм, ысул), һөйләүсенең ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғаларға төрлө мөнәсәбәт төрҙәрен, ш. уҡ субъектив квалификацияның төрлө төрҙәрен белдергән функциональ- семантик категория; төрлө тел кимәлдәрендә бер үк модаль мәғәнә сағыла. Хәҙ. башҡорт телендә М. реаль йәки реаль булмаған семантик...

МИЛЛИ ТЕЛ

МИЛЛИ ТЕЛ, халыҡтың милләт булып ойошоу процесында барлыҡҡа килгән теле; телдең бер нисә йәшәү формаһының системаһы. Башҡорт М.т. системаһына 15—16 бб. башҡ. ырыуҙарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтың йәнле һөйләү теле, фольклор теле, башҡорт теленең диалекттары; ш. уҡ телдең...

МЕТАТЕЗА

МЕТАТЕЗА (гр. metајthesis — күсереп ҡуйыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, һүҙҙә өндәрҙең йәки ижектәрҙең үҙ-ара урындарын алмашыуы. Башҡорт телендә М. айырыуса консонантизм өсөн хас булып тора; 1) башҡорт теленең фонетик системаһының тарихи үҙгәрештәрендә, мәҫ.: боронғо төрки “яғмур”...

МАРИ ТЕЛЕ

МАРИ ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (Волга төркөмө). Марий Эл Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Түб. Новгород, Свердловск өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Удмуртияла һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 365 меңдән ашыу кеше (2010). 2010 й. БР‑ҙа М.т. (ялан‑көнсығыш)...

ЛИНГВИСТИК ГЕОГРАФИЯ

ЛИНГВИСТИК ГЕОГРАФИЯ, д и а л е к т о г р а ф и я, тел күренештәренең таралыу терр‑яһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Диалектологиянан 19 б. аҙ. айырылып сыға. Башҡорт теленең Л.г. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. “Башҡорт теленең диалектологик атласын” төҙөгән ваҡытта башланып китә. Атлас башҡорт теленең...

ЛЕКСИКОЛОГИЯ

ЛЕКСИКОЛОГИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...логия), телдең һүҙлек составын өйрәнеүсе тел ғилеме бүлеге. Л. бурыстары: телдең һәм телмәрҙең төп билатераль (ике яҡлы) берәмеге булараҡ һүҙ проблемаларын; лексик берәмектәрҙең типтарын һәм уларҙың функцияларын; телдең һүҙлек составы төҙөлөшөн, уның...

ЛЕКСИКОГРАФИЯ

ЛЕКСИКОГРАФИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...графия), һүҙлектәр төҙөү практикаһы һәм теорияһы м‑н шөғөлләнеүсе тел ғилеме бүлеге. Практик Л. телде өйрәтеү, уны һүрәтләү һәм нормалаштырыу, лексиканың фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеү, тел‑ара аралашыу функцияларын үтәй; теоретик Л. типология, макро‑ һәм...

ЛЕКСИКА

ЛЕКСИКА (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һүҙҙәр йыйылмаһы. Ысынбарлыҡ м‑н туранан‑тура бәйләнеше, телдә аралашыусыларҙың йәш, һөнәр, соц., терр. һ.б. күрһәткестәрен, йәмғиәт тормошоноң төрлө күренештәрен яҡтырта алыу һәләте — Л. төп үҙенсәлеге. Л. үҙгәреүсән: телдең...