Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ, эсендә бирелгән йылылыҡ режимын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, сикләнгән арауыҡ рәүешендәге йылытыу камераһы булған ҡоролма. Йылылыҡ энергияһы сығанағы б‑са — яғыулыҡ (башлыса газ йәки шыйыҡ яғыулыҡ файҙаланыла) һәм электр (электр энергияһы ҡаршылыҡлы, индукциялы, дуғалы һәм электрон‑нурлы...

СӘҒӘТ БҮЛКӘТЕ

СӘҒӘТ БҮЛКӘТЕ, бөтә өлкәләрҙә бер бүлкәт сәғәте ҡабул ителгән геогр. зона. Ер йөҙө шартлы рәүештә 15° оҙонлоҡ киңлегендәге 24 һыҙатҡа (0-дән алып 23‑кә тиклем) бүленгән. Сиктәш бүлкәттәге ваҡыт 1 сәғәткә айырыла. Иҫәпләү нуленсе бүлкәттән көнсығышҡа табан алып барыла. Башланғыс бүлкәт Гринвич обсерваторияһы...

САҢ ҺУРҒЫС

САҢ ҺУРҒЫС, төрлө предметтарҙың өҫтөндәге бысраҡтарҙы еүешләп йәки еүешләмәйенсә һауа ағымының динамик тәьҫире м-н таҙартыу һәм саңды һауанан саң йыйғыс эсенә айырып алыу өсөн ҡоролма. Төҙөлөшө б-са иҙәнгә ҡуйыла торған (тура ағымлы, өйөрмәле), ҡулда йөрөтмәле, арҡаға элмәле, автомобилдәр өсөн һәм щётка-С.һ.,...

САМОЛЁТ

САМОЛЁТ, тартымды булдырыусыэнергия ҡулайламаһы һәм һауала хәрәкәт иткәндә аэродинамик күтәреү көсө барлыҡҡа килтергән хәрәкәтһеҙ ҡанаттар ярҙамында атмосферала осоу аппараты. Тәғәйенләнеше б-са граджандар [пассажирҙар, йөк ташыу, йөк ташыу-пассажирҙар, а.х. өсөн, махсус тәғәйенләнешле (янғын һүндереү,...

САДОВНИЧИЙ Виктор Антонович

САДОВНИЧИЙ Виктор Антонович (3.4.1939, Украина ССР‑ы Краснопавловка а.), математик. РФА акад. (1997), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1981 й. алып функциональ анализ каф., 1982 й. — матем. анализ каф. мөдире,...