Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДӘҮЛӘТШИН Ташбулат Мостафа улы

ДӘҮЛӘТШИН Ташбулат Мостафа улы (15.3.1955, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Байыш а.), ҡурайсы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Сибай пед. колледжын тамамлаған (2002). 1971—74 һәм 1976—99 йй. “Йылайыр” с‑з-техникумында эшләй, 1974—76 йй. “Урғаҙа” мәҙәниәт йорто дир., 1999 й. алып Ғ.Сөләймәнов ис. балалар...

ДӘҮЕШЕВ Асаф Исмәғил улы

ДӘҮЕШЕВ Асаф Исмәғил улы (5.4.1932, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ахун а. — 16.4.2006, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), хормейстер. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1970) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1958; А.Н.Болотов класы), ӨДСИ‑не (1976; Л.К. Лаврова класы) тамамлаған. 1958 й. алып Башҡ. филармонияһы...

ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы

ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы [17.11.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.1.1986, Туймазы ҡ., Ҡандра ҡсб ерләнгән], йырҙар авторы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Ҡандра ҡасабаһының 2‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1964 й. башлап...

ҒИЛӘЖЕВ Мөфтәдин Мәғәүи улы

ҒИЛӘЖЕВ Мөфтәдин Мәғәүи улы (1.7.1938, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ а. — 22.4.2021, Дүртөйлө ҡ.), йырҙар авторы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Мәскәү халыҡ сәнғәт университетын тамамлаған (1964). 1958 й. алып Кушнаренко, 1966 й....

ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы (8.1.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а.), ҡурайсы, фольклорсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). РФ‑тың (2003), БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй, 1978 й. алып БАССР‑ҙың Статистика идаралығы...

ҒАФУРИ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

ҒАФУРИ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ғафури район мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры. Ғафури р‑ны Красноусол а. урынлашҡан. 1972 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре – “Ай тотолған төндә”. 1972—2011 йй. 45‑кә яҡын спектакль ҡуйыла:...

ГРЯЗНОВ Владимир Иванович

ГРЯЗНОВ Владимир Иванович (22.9.1918, Бәләбәй ҡ. — 19.8.2002, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1948 й. алып Бәләбәй ҡ. мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1952—79 йй. “Стерлитамакстрой” тресының “Төҙөүсе” мәҙәниәт һарайы директоры. Урыҫ театр коллективын...

ВЕГЕЛИН Александр Александрович

ВЕГЕЛИН Александр Александрович (2.11.1946, Орск ҡ.), аккордеонсы, дирижёр. РФ‑тың (1997), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1973; Р.Ә. Ибәтуллин класы), Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград, 1981) тамамлаған. 1972 й. алып “УЗЭМИК” ААЙ‑ның Мәҙәниәт һәм техника һарайында...