ТУПРАҠ
ТУПРАҠ, е р, генетик яҡтан бәйле горизонттарҙан торған һәм тере организмдар, һыу, һауа, т‑ра тәьҫире аҫтында өҫкө литосфера ҡатламдарының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи органоген‑минераль ҡатлам; уңдырышлылыҡҡа эйә. Т. барлыҡҡа килеү факторҙарының (инә тоҡом, климат, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, рельеф, терр‑яларҙың геол. йәше, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге) ваҡыт һәм арауыҡ эсендә үҙгәреүсәнлеге төрлө Т. типтары формалашыуға шарт булып тора. Т. геогр. бүленеше тигеҙлектәрҙә— киңлек зоналары ҡанундарына, тауҙарҙа вертикаль бүлкәт ҡанундарына буйһона. Т. ҡаты (минераль һәм органик берләшмәләр һәм уларҙың комплекстары), газ хәлендәге (Т. һауаһы), шыйыҡ (Т. эретмәһе) һәм тере (микроорганизмдар, Т. фаунаһы, үҫемлек тамырҙары) өлөштәрҙән тора. Т. морфологик (Т. профиле һәм айырым горизонттарының төҫө, ҡалынлығы, горизонттарҙың үҙ‑ара күсеш үҙенсәлеге, структураһы, тығыҙланыуы, төрлө ҡушылмалар, карбонаттарҙың урынлашыу тәрәнлеге) үҙенсәлектәр, упраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре, тупраҡтың биологик активлығы, тупраҡтың уңдырышлылығы, химик составы м‑н билдәләнә. Т. функциялары: етештереү (биол. продукция етештереүгә һәләтлелек, а.х. производствоһының төп сараһы) һәм экологик (микрофлора, фауна, үҫемлектәр өсөн йәшәү урыны, организмдар өсөн энергия һәм матдәләр аккумуляторы һәм сығанағы, техноген бысратыусыларҙы туплағыс һәм нейтралләштереүсе, ландшафтарҙа гидрологик режимдарҙы һәм ер өҫтөнә яҡын атмосфера составын көйләгес, биол. күп төрлөлөктөң нигеҙе һ.б.). Респ. Т. япмаһы структураһына Т. типтары һәм төрҙәренең күп төрлөлөгө хас (ҡара: карта). Кәҫле көлһыу тупраҡ, кәҫле‑карбонатлы тупраҡ, һоро урман тупрағы, ҡара тупраҡ, аллювиаль тупраҡ, һаҙ тупрағы, болон тупрағы, Башҡортостандың Урал аръяғында — тоҙло тупраҡ һәм татырлыҡ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында үҙенсәлекле тау тупрағы, профиленең йоҡа ҡатламы һәм ваҡ таштар булыуы м‑н айырылып торған тигеҙлек Т. аналогтары (ҡара: Йоҡа ҡатламлы тупраҡ) таралған. Респ. терр‑яһында Т. үҙенсәлектәре: серетмә горизонтының һәм бөтә Т. профиленең ҡыҫҡартылған ҡалынлығы шарттарында серетмәнең күп булыуы, серетмә һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең (бигерәк тә фосфорҙың) аҙ хәрәкәтсәнлеге, ауыр гранулометрик состав, юғары карбонатлыҡ, түбән биол. активлыҡ. Т. бөтөнлөгөн һәм уның уңдырышлылығын һаҡлау тәбиғәтте рациональ файҙаланыуҙың төп маҡсаты булып тора. Т. процестарын боҙоу (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы) Т. уңдырышлылығының түбәнәйеүенә һәм тупраҡ эрозияһы үҫешенә килтерә. Т. составын, үҙенсәлектәрен, килеп сығышын һ.б. тупраҡ ғилеме өйрәнә.
Әҙәб.: Б о г о м о л о в Д.В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954; М у к а т а н о в А.Х. Горно‑лесные почвы Башкирской АССР. М., 1982; Х а з и е в Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.
Ф.Х.Хәзиев
Тәрж. Г.А.Миһранова