Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВ Илсур Сәғит улы

Просмотров: 920

ХӘБИРОВ Илсур Сәғит улы (30.6.1962, БАССР‑ҙың Архангел районы Тирәкле а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2021) һәм атҡаҙанған (2006) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) БР‑ҙың Милли йәштәр театры актёры.

  Төрлө пландағы актёр. Сәхнә һөйкөмлөлөгө, музыкаллеге, деталдәргә иғтибарлығы Х. күп кенә драматик һәм комик ролдәр башҡарыу мөмкинлеген бирә. Уның уйнауына тәбиғилек һәм хистәр тәрәнлеге хас. Төп ролдәре: Янбай (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”; дебют, 1989), Йәнгилде (“Башҡорт туйы”; икеһе лә — М.А.Буранғолов), Ҡарабай (“Мөхәббәт тураһында легенда” — “Легенда о любви”, Г.М.Мусрепов), Салауат, Ҡол Ғәли (“Дала ҡиссаһы”, Ф.М.Бүләков), Ғабдрахман (“Һинд ҡыҙы”, Г.Ш.Ҡәйүмов), Ғәлим (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Ғәйфи (“Ғәйфи ағай, өйлән давай!”, Г.Х.Зәйнәшева), Ишмырҙа (“Үәт, исмаһам, ахырызаман!”, М.Б.Багаев). Кино‑ һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Сафа (“Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ”, Башҡортостан киностудияһы, 2005), Ҡасҡын Һамаров (“Кинйә абыҙ”, Башҡортостан ДУП ТРК‑һы, 2007), Азат ағай (“Асия”, Н.С.Михалков исемендәге кинематография һәм театр сәнғәте академияһы, 2019). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө ҡ., 1982), Андрей Миронов исемендәге Бөтә Рәсәй актёр йыры конкурсы (Түбәнге Новгород ҡ., 1997) лауреаты.

Г.А.Ишкинина


Дата публикации: 25.11.2022
Дата последнего обновления публикации: 30.11.2022
Связанные темы рубрикатора: