Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙГИЛДЕ АУЫЛ ЛИЦЕЙЫ

Просмотров: 1170

БАЙГИЛДЕ АУЫЛ ЛИЦЕЙЫ, Нуриман районы. 1921 й. 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалына, 1939 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1953 й. — урта мәктәп, 1993 й. — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 2020 й. Р.С.Исмәғилев исеме бирелгән. Интернаты, умарталығы, теплицаһы, авто- һәм ауыл хужалығы машиналары, уҡытыу оҫтаханалары, йәшелсә һаҡлағысы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар.

   Мәктәп менән Р.Н.Байымов, Р.С.Исмәғилев, Р.Ҡ.Әмиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1953 й. алып уҡыу йортон 1,8 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Ғ.Ғ.Аскин, З.Р.Исмәғилев, Р.Р.Исмәғилев, Флүр Р.Исмәғилев, Фоат Р.Исмәғилев. Мәктәп 26 тапҡыр (1956—2004) СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә һәм РФ Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә ҡатнашҡан, 2‑се (1988) һәм 3‑сө (1985) дәрәжә дипломдар менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

С.Р.Исмәғилев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021