Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШНЕФТЕПРОЕКТ”

Просмотров: 1438

“БАШНЕФТЕПРОЕКТ” институты, 1933 й. Маҡар районы Ишембай а. С.М.Киров ис. Ишембай промыслаһының төҙөлөш бүлеге составында проект‑смета бюроһы булараҡ асыла, ш. уҡ йылда Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә; 1936—39 йй., 1941—51 йй. “Б.” проект‑смета контораһы (1944 й. Өфөгә күсерелә), 1939 й. алып “Востокнефтепродукт” ин‑тының Стәрлетамаҡ филиалы, 1951 й.—“Б.” Башҡ‑н нефть‑газ сығарыу сәнәғәте пр‑тиеларын һәм ҡоролмаларын проектлау ин‑ты, 1970 й. — Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты м‑н ҡушылғандан һуң “БашНИПИнефть” ин‑тына үҙгәртелә (1991—96 йй. һәм 2002 й. башлап “БашНИПИнефть” составында), 1996 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. — “Башнефть” АНК “БашНИПИнефть” ЯСЙ‑ның проект‑тикшеренеү бүлексәһе. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть ятҡылыҡтары, нефть һәм нефть продукттарын йөрөтөү һәм һаҡлау объекттарын проектлау; комплекслы инженер‑геол. эҙләнеүҙәр үткәреү һ.б. Институт составында 19 бүлек. 2003 й. 470 кеше эшләгән. Институт тарафынан Арлан нефть ятҡылығы, Туймазы нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы, РФ, Йемен, Куба нефть ятҡылыҡтарын ҡороу; Ҡалтасы— Языков—Ишембай, Усть‑Балык— Омск, Усть‑Балык—Ҡурған— Өфө—Әлмәт магистраль нефть үткәргестәре; “Низковольтник” з‑ды, Благовещен арматура заводының ҡорос ҡойоу цехтары; НГДУ, Быраулау эштәре идаралығының производствоны хеҙмәтләндереү базалары; “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, РФ‑тың Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы, “Башнефть” АНК, “Дуҫлыҡ” ярҙамсы станцияһы (бөтәһе лә — Өфө) биналары; Октябрьский ҡ. төҙөлөштәр һәм Нефтекама ҡ. ген. планы проекттары әҙерләнә.

Нач.: П.И. Трико (1933 й. алып), Еринский (1935 й. алып), Дениско (1938 й. алып), Гуляев, Матюшин, Никитенко (бөтәһе лә — 1940), В.Л.Шварцкопф (1941 й. алып), Е.Х.Кундрюцкий (1943й. алып); дир.: О.Г.Акопян (1947 й. алып), Н.П.Вещев (1955 й. алып), С.С.Ширин (1958 й. алып), Г.А.Бабалян (1970 й. алып), Н.Ф.Ҡаһарманов (1980 й. алып), М.Н.Ғәлләмов (1984 й. алып), Н.Л.Карпушин (1991 й. алып), Д.К.Шәрипов (1994—2003).

Д.К.Шәрипов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019