Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОХИМИЯ ҺӘМ ГЕНЕТИКА ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1627

БИОХИМИЯ ҺӘМ ГЕНЕТИКА ИНСТИТУТЫ, 1962 й. Өфөлә Биология институтының нуклеин алмашыныуы лаб. нигеҙендә Биохимия һәм цитохимия бүлеге булараҡ асыла, 1999 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Биохимия һәм генетика ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кешенең молекуляр һәм популяция генетикаһы; үҫемлектәр һәм микроорганизмдар гендары ойошторолошо һәм экспрессияһы; үҫемлектәр һәм хайуандар физиологияһы һәм биохимияһы; биотехнология. Институт составында 3 бүлек, 8 лаборатория. 68 ғилми хеҙм‑р араһында 15 ф. д‑ры, 50 канд. (2010). 6 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм канд. дисс. яҡлау б‑са совет эшләй. Институт ғалимдары а.х. үҫемлектәренең гибрид ҡеүәтен формалаштырыу молекуляр механизмдарын асыҡлай, үҫемлектәрҙең зат‑ара гибридтары геномдарында рибосомалы РНК гендарының дифференциаль экспрессияһының молекуляр‑генетик сәбәптәрен аса; микроорганизмдар штамдарын уларҙа ДНК полиморфизмына нигеҙләнгән уникаль штрих‑кодтар булдырыу юлы м‑н паспортлаштырыу һәм идентификациялау ысулын уйлап таба; бәшмәк патогенезы, дым етешмәү һәм үтә тоҙланыу шарттарында фитогормондар балансы үҙгәреү законлылыҡтарын асыҡлай; бойҙай бәбәгенең анионлы пероксидазалары, оксалатоксидазаһы һәм агглютинины ролен, ш. уҡ үҫемлектәрҙең бәшмәк инфекцияһына яуап реакцияһында элиситорҙарҙың ацетиллашыу дәрәжәһен билдәләй; Волга-Урал төбәге, Урта Азия һәм Кавказ халыҡтарының молекуляр этногенетик характеристикаһын бирә; кешенең 15 моноген нәҫел ауырыуының һәм 10 мультифакториаль ауырыуының пренаталь һәм пресимптоматик ДНК‑диагностикаһының принципиаль һыҙмаларын уйлап таба; башҡорт бал ҡортоноң генетик‑биохимик һәм экологик үҙенсәлектәрен тикшереү, ҡартайыу һәм оҙон ғүмерлелек процестарын молекуляр‑генетик тикшереү һ.б. үткәрә. Институт тарафынан БР һәм РФ селекция учреждениеларына ҡаты һәм йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың, ҡарабойҙайҙың байтаҡ перспективалы линиялары эшләп тапшырыла. Халыҡ‑ара мәғлүмәт банкыларында бактериялар, вирустар, үҫемлектәр һәм хайуандар гендарының 300‑ҙән ашыу нуклеотид эҙмә-эҙлелеге һәм ДНК‑ларҙың төрлө фрагменттары теркәлә. 60‑тан ашыу уйлап табыу патентлана; 2 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт баҫыла. РФ, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Швеция һ.б. ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: В.Г.Конарев (1962 й. алып), Р.Р.Әхмәтов (1967 й. алып), Ш.Й.Ғиләжетдинов (1981 й. алып), В.А.Вәхитов (1990 й. алып).

Әҙәб.: 40 лет академической науке в Башкирии: биологические науки. Уфа, 1991.

Ф.Р.Ғималов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019