Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛӘҮШӘ

Просмотров: 668

МИЛӘҮШӘ (Viola), миләүшә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450—500 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың һәм Көньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 5—60 см. Һабаҡтары төҙ йәки йәйенке, улар булмағанда үҫемлектәр розеткалы. Япраҡтары ябай, бөтөн, япраҡ ҡолаҡсындары менән, ситтәре, ғәҙәттә, киртләсле, һаплы, сиратлы. Сәскәләре күктән алып миләүшә төҫөнә тиклем, һирәк осраҡта полихром, ике енесле, зигоморф, биш өлөшлө, берәрләп япраҡ ҡуйындарында урынлашҡан. Каса япраҡтары 5 (артҡа йүнәлтелгән ҡолаҡ рәүешле үҫентеләре бар). Апрель—июндә сәскә ата. Емеше — өс ҡапҡаслы ҡумта, июнь— июлдә өлгөрә. Тау М., имәнлек М., йөнтәҫ М., ғәжәп М. һәм ҡалҡыулыҡ М. — ылыҫлы һәм ҡатнаш, хуш еҫле М., һөйкөмлө М., Селькирк М. — киң япраҡлы, киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы, тау М. — һыубаҫар урмандарҙа һәм урман ситтәрендә; шикле М. — ташлы далаларҙа; эт М., ала М. — болондарҙа; ялан М. — һөрөнтө ер һәм ҡалдауҙарҙа; шәрә М. — һаҙлыҡтарҙа; һыу М. — дымлы, таралыусан М. — ҡоро болондарҙа үҫә. Күпселек М. — мал аҙығы һәм баллы, ялан М. һәм ала М. — дарыу үҫемлектәре. Төр‑ара гибридтар (башлыса үрсемһеҙ) рәте билдәле. Составында алкалоидтар, сапониндар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Виттрок М. күп төрлө сорттары декоратив үҫемлектәр сифатында үҫтерелә. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.06.2023