Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛИППОВА Ирина Николаевна

Просмотров: 1057

ФИЛИППОВА Ирина Николаевна (5.6.1957, Ырымбур ҡ.), балетмейстер. Профессор (2005). РФ‑тың (2020), Ҡабарҙы‑Балҡар Республикаһының (2015) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡ. дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге балет студияһын (1974; педагогы М.А.Таһирова), Н.К.Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтын (1978; педагогы Б.Я.Брегвадзе), Дәүләт театр сәнғәте институтын (1983; педагогы О.Г.Тарасова) тамамлаған. 1978—81 йй. Алтай мәҙәниәт институтында (Барнаул ҡ.), 1983 й. алып ӨДСИ‑лә, 1992 й. — Б.В.Щукин исемендәге Театр институтында, бер үк ваҡытта 2002—2010 йй. Рәсәй театр сәнғәте академияһында һәм 2008—10 йй. М.С.Щепкин исемендәге Театр училищеһында уҡыта. Ф. ижадына нигеҙендә джаз-бейеү һәм модерн бейеү булған заманса хореографияның төрлө стилдәре хас. БР, Рәсәй һәм сит ил театрҙарында 100‑ҙән ашыу спектакль һәм мюзикл ҡуйған. Пассау ҡ. цирк шоуы (Германия, 1995), Ҡыҙыл майҙанда Халыҡ‑ара цирк сәнғәте фестивале (1996), А.С.Пушкиндың “Борис Годунов” спектакле (Мәскәү ҡ., 2000), Д.О'Коннорҙың “Транс” мюзиклы (Лондон ҡ., 2001), “Шангрилдың боҙҙағы шоуы” (“Ледовое шоу Шангрила”; Токио ҡ., 2004) һ.б. иң мөһим эштәре булып тора. Башҡорт драма театрында: Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Алмағастар сәскә атҡан саҡта” (1989), Ф.М.Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ” (1992) һәм “Бибинур, ах, Бибинур!” (1995), Э. Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы буйынса “Илай белмәгән ҡатын” (1993) спектаклдәрендә; Урыҫ драма театрында: В.К.Арроның “Иҫке йорттағы биш романс” (“Пять романсов в старом доме”; 1984), А.П.Чеховтың “Сейә баҡсаһы” (“Вишнёвый сад”; 1985), А.Т.Аверченко, М.М.Зощенко һәм Н.А.Тэффи әҫәрҙәре буйынса “Был ниндәй тормош ул...” (“Что это за жизнь такая...”; 1990) спектаклдәрендә; Милли Йәштәр театрында: А.П.Чеховтың “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”; 1996), П.Бомаршеның “Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе” (“Безумный день, или Женитьба Фигаро”; 2010) һ.б. спектаклдәрҙә һығылмалы бейеү образдары тыуҙыра. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Ф.М.Бүләковтың “Онотолған доға” (1993) пьесаһы буйынса эше иң сағыу булып иҫәпләнә. БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023