Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОМА

Просмотров: 545

ФОМА (Phoma), сферопсид һымаҡтар тәртибенә ҡараған дейтеромицеттар заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Пикнидалары шар, эллипс формаһында, субстратҡа күмелгән, ҡайһы берҙә сығып тора, ябай поруслы йәки конус формаһындағы имсә рәүешле ауыҙсалы; көптәре ҡара төҫтә, нескә, параплектенхим. Конидия биргестәре ябай, радиаль урынлашҡан йәки бөтөнләй юҡ. Конидиялары бер күҙәнәкле, төҫһөҙ, һирәк осраҡта һарғылт төҫтә, йомортҡа, цилиндр формаһында, тура йәки бөгөлгән; пикнидаларҙа лайлаға батҡан һәм ул ҡабарғанда тышҡа сыға. Күпселек төрҙәре — сапрофиттар йәки факультатив паразиттар (тамыр Ф. һәм сөгөлдөр Ф. азотты фиксациялауға һәләтле), уларҙың йәшәү циклының бер өлөшө тере үҫемлектәрҙә үтә. Республикала ваҡ Ф. (46 ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәй), лингам Ф., сөгөлдөр Ф., укроп Ф. (үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәренә зыян килтерә) киң таралған. Күп төрҙәре иген, йәшелсә культураларының һ.б. паразиттары булып тора, фомоз ауырыуҙарын тыуҙыра. Ф. ҡайһы бер төрҙәре буяу ҡаплауҙарын, бетонды һ.б. зарарлай.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.02.2024
Связанные статьи: