Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНГЕЛЬС Фридрих

Просмотров: 1101

ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон ҡ.), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. менән К.Маркс1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы ихтилалда ҡатнаша. Рәсәй империяһының социаль‑иҡтисади һәм сәйәси ҡоролошон өйрәнгәндә уның төбәктәренең, ш. иҫ. Ырымбур губернаһының, үҫеш үҙенсәлектәрен айырып күрһәтә. В.А.Перовскийҙың Хиуа походы (1839—40) барышындағы эшмәкәрлеген тикшерә, уның Урал й. буйлап нығытмалар төҙөүе Рәсәйҙең Урта Азияға артабан үтеп инеүенә шарттар булдырыуы тураһында һығымта яһай. Башҡортостанда Э. хеҙмәттәре 19 б. аҙағында барлыҡҡа килә. 1896 й. Өфө марксистик түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың береһендә тентеү үткәргәндә полиция тарафынан Э. “Социализмдың утопиянан фәнгә үҫеше” (“Развитие социализма от утопии к науке”) исемле китабы табыла. 1924 й. башлап Э. ҡайһы бер хеҙмәттәре башҡ. теленә тәржемә ителгән. Өфө ҡ. Э. исеме менән урам аталған.

  Х е ҙ м.: Коммунистар партияһы манифесе. Өфө, 1953 (авторҙ.); Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1960—1961 (авторҙ.).

  Әҙәб.: Ф у т о р я н с к и й Л. К.Маркс и Ф.Энгельс о Южном Урале //Урал. 1986. №11.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023
Связанные темы рубрикатора: