Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРКСИСТИК ФИЛОСОФИЯ

Просмотров: 1218

МАРКСИСТИК ФИЛОСОФИЯ, диалектик һәм тарихи материализм (ҡара: Диалектика) т‑да К.Маркс м‑н Ф.Энгельс тәғлимәте. М.ф. төп ҡанундары: ижт. аңға ҡарата ижт. йәшәйештең алда булыуы; йәмғиәт структураһы — иҡт. базис (етештереү көстәре һәм мөнәсәбәттәре) һәм өҫҡорма (мәҙәниәт, сәйәсәт, хоҡуҡ); йәмғиәт тарихы — ижт.‑иҡт. формациялар үҫеүе һәм алмашыныуы (тәүтормош, ҡол биләүселек, феодаль, капиталистик, коммунистик); ижт. синыфтарҙың көрәше — алға ынтылышлы үҫештә тарихтың этәргес көсө, уның иң юғары сағылышы — соц. революция. М.ф. революцион (В.И.Ленин һ.б.) һәм реформистик (Э.Бернштейн һ.б.) ағымға бүленгән соц.‑демократик хәрәкәттең идеологик нигеҙе булған. Рәсәйҙәге Октябрь революцияһынан һуң М.ф. концепцияһы Советтар Союзы Коммунистар партияһының идеологияһына әйләнә. АҠШ‑та, Бөйөк Британияла, Германияла, Италияла, Францияла һ.б. илдәрҙә үҙендә М.ф. һәм яңы фәлс. йүнәлештәрҙе (феноменология, фрейдизм, экзистенциализм һ.б.) синтезлаған неомарксизм хасил була. 1960 йй. М.ф. Э.В.Ильенков (идеал т‑да тәғлимәт), М.А.Лифшиц (онтогносеология) тарафынан трансформациялана. Рәсәйҙә М.ф. өйрәнеү һәм баһалауҙың яңы этабы тәнҡит, идеологик һ.б. аспекттарҙы ҡабаттан ҡарау, ш. уҡ неомарксизмдың барлыҡҡа килеүе м‑н билдәләнә. Башҡортостанда М.ф. таралыуы 20 б. башында соц.‑демократик түңәрәктәрҙең (ҡара: Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы) барлыҡҡа килеүенә бәйле, марксизм татар‑башҡ. милли хәрәкәте (Ә.И.Бикбауов, С.Ш.Мырҙабулатов, А.К.Әҙеһәмов һ.б.), Башҡорт милли хәрәкәте һ.б. лидерҙарына ла бер ни тиклем йоғонто яһай. БАССР‑ҙа М.ф. юғары белем системаһының үҫеүе м‑н артабан таралыу ала. 20 б. 50‑се йй. алып соц. йәмғиәт ҡапма‑ҡаршылығы Ф.Б.Садиҡовтың фәнни тикшеренеүҙәрендә ҡарала. 90‑сы йй. марксизм тарихы һәм М.ф. төрлө аспекттары Д.М.Азаматов (ағартыу‑демократик фекер һәм Башҡортостанда марксизм таралыуы), В.Н.Бондаренко (классик марксизмдың гносеологик концепцияһының методик принциптары), А.Й.Зарипов, Ф.С.Фәйзуллин (донъяла төрлө этностарҙың цивилизацияны үҫтереүҙә роле) һ.б. хеҙмәттәрендә өйрәнелә. М.ф. идеялары Ғ.Һ.Мусин (тотороҡло үҫеш нигеҙе булараҡ ихтыяждар һәм рухи донъя диалектикаһы), Ф.У.Мөхәмәтлатипов (ижад итеү һәм ҡулланыу процесы булараҡ кеше капиталы, хеҙмәт), Д.Ә.Нуриев (диалектик материализм) һ.б. тикшеренеүҙәрендә үҫеш ала. 21 б. башында марксизмдың оригиналь антропологик концепцияһы В.Е.Бугера (соц. идаралыҡ мөнәсәбәттәрендә кешенең асылы), А.И.Селиванов һәм А.П.Андреев (көнкүрешенең үҙәге булараҡ халыҡ традициялары) тарафынан булдырыла.

Әҙәб.: С а д ы к о в Ф.Б. Достоинства и недостатки марксистского формационного анализа развития общества //Ядкяр. 1996. №1; А н д р е е в А.П., С е л и в а н о в А.И. Русская традиция. М., 2004; Б у г е р а В.Е. Сущность человека. М., 2005; Ф а й з у л л и н Ф.С., З а р и п о в А.Я. Этнос как субъект общественных отношений. Уфа, 2013. 

 

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019