Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОЭКОЛОГИЯ

Просмотров: 894

ЭТНОЭКОЛОГИЯ, этнос һәм тирә‑яҡ мөхиттең үҙ‑ара бәйләнеше т‑да фән. Э. өйрәнеү предметы булып этностар йәшәгән тәбиғи һәм социо‑мәҙәни шарттарҙа традицион тереклекте тәьмин итеү системаларының үҙенсәлектәре, формалашҡан этноэкологик бәйләнештәрҙең халыҡ һаулығына һәм этник коллективтар һаны артыуына йоғонтоһо, халыҡтарҙың формалашыу һәм үҙ функцияһын үтәү законлыҡтары тора. Башҡорттарҙың Э. нигеҙҙәре Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусыларҙың хеҙмәттәрендә һалына, тәүге тапҡыр уларҙың көнкүреше, хужалығы, традицион йыһазы, кейеме, аҙығы, кәсептәре һ.б. тасуирлана. 19 б. уртаһында В.М.Черемшанский башҡорттарҙың, мариҙарҙың, мордваларҙың, сыуаштарҙың, татарҙарҙың, удмурттарҙың, урыҫтарҙың Э. өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә, ул 19 б. башҡорттарҙың традицион көнкүрешендәге үҙгәрештәр күскенселек хәрәкәте һәм хужалыҡты алып барыуҙың яңы формалары барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә булған тип билдәләй. Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһы һәм этноботаникаһы б‑са мөһим мәғлүмәттәр Д.П.Никольский тарафынан йыйыла. 20 б. башында С.И.Руденко беренсе тапҡыр баш­ҡорттарҙың антропологик типтары, торлаҡтары, аш‑һыуы, солоҡсолоғо, һунары, балыҡсылығы һ.б. т‑да тулы тасуирлама бирә. 50‑се йй. башлап Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорттарҙың традицион хужалыҡ формалары тикшерелә (Р.Ғ.Кузеев, М.Ғ.Муллағолов, М.В.Мырҙабулатов, С.Н.Шитова һ.б.). 80‑се йй. алып Биохимия һәм генетика институтында башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының килеп сығыуын, таралып ултырыуын, туғанлыҡ дәрәжәһен асыҡлау һәм башҡорттарҙың нәҫел ауырыуҙарын (Н.Х.Йомағужина, Х.С.Рафиҡов, Э.К.Хөснөтдинова һ.б.), Биология институтында — башҡорт фитонимдарының үҫемлектәр экологияһы м‑н бәйләнешен (С.С. Хәйретдинов), Медицина университетында башҡорттарҙың һаулығына Э. һәм халыҡ медицинаһының тәьҫирен (В.З. Ғүмәров) билдәләү өсөн популяцион‑генетик күрһәткестәр өйрәнелә. 90‑сы йй. башлап ТТӘИ‑лә традицион тереклекте тәьмин итеү системалары (Э.В. Миһранова, А.С.Хәлфин һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында — башҡорттарҙың йәшәү мөхитенә биол., соц.‑мәҙәни һәм психологик адаптацияһы (Ф.Ф.Шәйәхмәтов), респ. халыҡтарының үҫемлек һәм бәшмәктәрҙе көнкүрештә файҙаланыу ысулдары (Хәйретдинов), Этнологик тик­шеренеүҙәр институтында — башҡорт этносы һәм тәбиғәттең үҙ‑ара бәйләнеше (А.В.Псәнчин), урыҫ күскенселәренең Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы шарттарына яраҡлашыуының ҡайһы бер үҙенсәлектәре (И.В.Күсемов) һәм Кама аръяғы удмурттарының Э. (Т.Ғ. Миңлеәхмәтова), Башҡортостан халыҡтарының урбанизацияға бәйле этноэкологик проблемалары (Р.Р.Ғәлләмов) һ.б., Биохимия һәм генетика ин‑тында — халыҡ генетикаһы, мультифакторлы ауырыуҙар, нәҫел патологияларының тәбиғәте, Волга‑Урал төбәге популяцияларының генофонды эволюцияһы (О.Е.Мостафина, Хөснөтдинова һ.б.), БДМУ‑ла экологияға бәйле мультифакторлы ауырыуҙар ваҡытында кеше геномына һәм бирешеү­сәнлек гендарының полиморфизмына тирә‑яҡ мөхиттең тәьҫир итеү эффекттарын прогнозлауҙа генетик маркерҙарҙың роле (Т.В. Викторова) һ.б. тикшерелә. Әҙәб.: Этносы и природа. Проблемы этноэкологии. Уфа, 1999; Тулвинские татары и башкиры: этногр. очерки и тексты. Пермь, 2004.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019