Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ

Просмотров: 1002

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Дәүләкән р‑нында урынлашҡан. 1901 й. урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Хотимля а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы, мәктәп тарихы музейы, уҡыу оҫтаханаһы, спорт залы, интернаты, мәктәп яны участкаһы бар. Мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015), улар араһында Н.Ғ.Ғатауллин, Н.Ә.Ғәлиев, М.Х.Камалов, Ф.Ғ.Садиҡов, Н.Ғ.Сибәғәтуллин, Фән. Л.Сәйәхов, Фәһ.Л.Сәйәхов, Ғ.Ғ.Теләшев, И.Л.Хәбибуллин, Р.Ф. Шәрәфетдинов. Мәктәп бинаһына беренсе дир. Х.Ғ. Ғабдрахмановҡа мемориаль таҡтаташ (1996), терр‑яһына — Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәл (1965) ҡуйылған.

Р.В.Фәйезов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019