Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ

Просмотров: 1366

БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ, спорт төрө, ҡолаҡһыҙ тар кәмәлә ишкәктәр ярҙамында ишкәксенең физик көсө иҫәбенә һыуҙа ҙур тиҙлектә йөҙөү. Бер, ике һәм дүрт кешелек кәмәләрҙә ярыштар була. Башҡортостанда Б.һ.к.и. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Өфөлә “Динамо” ДСО‑һының һыу‑ишеү базаһы, “Спартак” ДСО‑һы эргәһендә секциялар асылыуға бәйле. 50‑се йй. — “Буревестник”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары, “Сода” ААЙ, 70‑се йй. “Водник” ДСО‑һы, “Батыр”, “Нефтсе” спорт клубтары эргәһендә Б.һ.к.и. секциялары эшләй башлай. Респ. Б.һ.к.и. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастерҙары исемен эстафетала СССР чемп. (1953) — Р.Гәрәев, В.Десяткин, А.Иманаев ала. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Д.С.Жариков, А.Н.Попов, К.Н.Фомичёв юғары ҡаҙаныштарға ирешә, ш. уҡ М.С.Павлов — донъя беренселеге чемп. һәм көмөш призёры (2003 й. — үҫмер спортсылар араһында); О.М.Петровский — донъя (2005) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2001; 3 тапҡыр, 2003; 2005) чемп.; А.В.Нужин — донъя (2005) һәм Европа (3 тапҡыр, 2002; 2004) чемп.; А.А.Сергеева — үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының көмөш призёры (2004), донъя беренселеге еңеүсеһе (2005) һәм көмөш призёры (2 тапҡыр, 2005), Европа чемп. (3 тапҡыр, 2005); Д.С.Гудимов — үҫмер спортсылар араһында донъя һәм Европа беренселеге еңеүсеһе (2005). БР ишкәкселәре араһында: Ю.П.Аристархов һәм Е.С.Маркелов — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1959); А.Х.Түрйәнов, М.Х.Түрйәнов — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1961); И.А.Кудояров — РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1965, 1969); В.П.Солодовников — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1969) һәм көмөш призёры (1964, 1965); Вал. Ғ.Вәлиуллин — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1967, 1969) һәм көмөш призёры (1962, 1964), РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1969); Вад. Ғ.Вәлиуллин — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1967) һәм көмөш призёры (1965), РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1969); А.С.Цыкалова — РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1970); З.А.Баркова — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1973; 2 тапҡыр, 1974) һәм Кубогын яулаусы (1975), РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1970, 1974); Е.Н.Колодей — РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1974); Р.Х.Нухов — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1976, 1983); А.В.Самойлов — РСФСР чемп. (1991, 1992), РСФСР кубогын яулаусы (1992). Рәсәй чемп.: И.А.Михайлов (1999), А.А.Гончаренко һәм М.А.Созинов (икеһе лә — 2000), А.Р.Ғирфәтуллин (2000, 2005), М.М.Федосеев (3 тапҡыр, 2003), В.К.Ҡотломәтов (2004), А.С.Комаров (2 тапҡыр, 2005), С.А.Косилов (3 тапҡыр, 2003; 2005). Респ. байдарка һәм каноэла ишеү буйынса спорт мәктәбе, секция (Учалы ҡ.) бар, уларҙа 500‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 1987 й. алып БР Б.һ.к.и. федерацияһы эшләй. Б.һ.к.и. м‑н тренерҙар А.В.Ғайсин, А.И.Дибет, Д.Н.Попов, Н.А.Попов, Н.А.Попова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023