ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ
447
ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ, Күгәрсен р‑нында урынлашҡан. 1863 й. земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1971 й. хәҙ. статусын ала. Күгәрсен р‑нының Аҙнағол, Бикес һәм Дауыт‑Ҡайып аа. 3 филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, уҡыу оҫтаханаһы, интернаты, мәктәп яны участкаһы бар. Урта мәктәпте 1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Ә.М.Ишемғолов, Ә.Ф.Ишкилдин, Р.Йәнбәк; бында ш. уҡ М.Ғ.Рәхимов уҡыған.
Д.Ә.Аҫылғужина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: