Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ

Просмотров: 910

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1923 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — 2‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — 2‑се урта мәктәп, 1976 й. башлап 1‑се урта мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Компьютер класы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханаһы, спорт залы, баҡсаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Б.Б.Ғафаров, Б.М.Мәмбәтҡолов, Ә.Ә.Юлдашев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 3 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2009), улар араһында Ф.И.Белов, Т.Х.Ғарипова, Д.М.Ғәлимов, Р.Ә.Дәүләтшин, М.А.Назаров. Мәктәп терр‑яһында А.М.Матросовҡа— һәйкәл (1976), бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы Р.М.Ғирфановҡа мемориаль таҡтаташ (2006) ҡуйылған.

З.Ф.Исхаҡов, Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019