Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА БАЛА ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ

Просмотров: 1465

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА БАЛА ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, бала хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауы гарантияларын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең таныуын һәм үтәүен тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы кеше. Башҡортостанда вазифа 2009 й. индерелә. Вәкил эшмәкәрлеге РФ һәм БР Конституциялары, “Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында” БР Законы (2009) һ.б. менән көйләнә. Бала хоҡуҡтары һәм иректәрен яҡлау өлкәһендә эш тәжрибәһе булған, 35 йәше тулған РФ гражданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәҡдиме буйынса 5 йылға тәғәйенләнә. Бала хоҡуҡтары мәсьәләләре буйынса ҡануниәттең үтәлеү торошон өйрәнә, бала хоҡуҡтары, иректәре һәм законлы мәнфәғәттәренә ҡағылған мөрәжәғәттәрҙе ҡарай, уларҙы боҙоу факттарын тикшерә, балаларҙы үҙ хоҡуҡтарын яҡлау һәм тормошҡа ашырыу алымдары менән таныштыра һәм консультация бирә, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) араһында низағтарҙы яйға һалыу сараларын күрә; власть органдарына, ойошмаларға бала хоҡуҡтарын, иректәрен һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау һәм тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтә, БР-ҙың норматив хоҡуҡ акттарын эшләүҙә ҡатнаша, ҡарарҙары йәки эш итеүҙәрендә (эш итмәүҙәрендә) бала хоҡуҡтарын боҙоу күҙәтелгәндә, вазифалы кешеләргә ҡарата дисциплинар йәки административ, енәйәти эш асыуҙы юллап, вәкәләтле дәүләт органдарына мөрәжәғәт итә. Вәкил ҡарамағында консультатив ярҙам күрһәтеү өсөн эксперттар советы ойошторолорға мөмкин. БР Башлығына, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, БР Конституция Судына, БР Юғары Судына, БР Арбитраж Судына, БР Прокурорына, БР Йәмәғәт палатаһына БР‑ҙа бала хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау тураһында йыллыҡ доклад ебәрә. БР‑ҙа вәкил: Л.С.Ғүмәрова (2010 й. алып), М.М.Скоробогатова (2011 й. алып), О.Ю.Панчихина (2021 й. алып).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.04.2023