Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАРСЫ ТЕЛЕ

Просмотров: 857

ФАРСЫ ТЕЛЕ, иран телдәренең береһе (көньяҡ-көнбайыш төркөмө). Ирандың рәсми теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ираҡта, Пакистанда, Һиндостанда, Грузияның, Әзербайжандың, Әрмәнстандың ҡайһы бер райондарында һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 60 млн ашыу кеше (1999). БР‑ҙа 150‑гә яҡын кеше Ф.т. белә, улар араһында 60‑ҡа яҡын фарсы (2002). Тажик һәм дари телдәренә яҡын. Боронғо фарсы теленә барып тоташа (б.э.т. 1 б.). Ф.т. төп диалекты — тегеран; ш. уҡ Бирдженд, Исфаган, Керман, Себзевар, Систан һ.б. диалекттары билдәле. Классик Ф.т. 8—9 бб. формалаша; бөтә тел кимәлдәре б‑са классик Ф.т. айырылған хәҙ. әҙәби Ф.т. тегеран диалекты нигеҙендә 20 б. аҙ. формалаша. Фонетик үҙенсәлектәре: күпселек һүҙҙәрҙә баҫым һуңғы ижеккә төшә, мәҫ., “ханэ” (өй), “ханэха” (өйҙәр); һүҙ аҙағындағы яңғырау тартынҡылар, ҡағиҙә булараҡ, һаңғырауланмай, мәҫ., “ард” (он) ар[д], “горг” (бүре) гор[г]. Морфологик төҙөлөшө б‑са Ф.т. синтетизм элементтары булған аналитик телдәргә ҡарай. Ҡылым системаһында синтетик формалар өҫтөнлөк итә: “миконам” (мин эшләйем), “мирафтам” (мин барҙым); презент (хәҙ. заман) һәм претериталь (үткән заман) ҡылым нигеҙҙәре бар: “кон‑”, “кард‑” (эшләргә), “рав‑”, “рафт‑” (йөрөргә). Ф.т. исемдәрҙең килеш һәм енес категориялары юҡ; күплек һан башлыса ‑ан (күберәк йәнле әйберҙәр өсөн) һәм ‑ха (бөтәһе өсөн) аффикстары ярҙамында яһала: “занан”, “занха” (ҡатын-ҡыҙҙар), “сандалиха” (ултырғыстар). Ф.т. лексикаһының нигеҙен төп иран һүҙҙәре тәшкил итә; ғәрәп теленән (бөтә лексикаһының 50%‑ына тиклем), ш. уҡ монгол теле, төрки телдәр, инглиз теле, грек теле, урыҫ теле, француз теленән һ.б. үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксик конструкцияларҙа һүҙҙәрҙе бәйләү өсөн ‑е күрһәткесе м‑н изафет, сағ.: фарсы телендә “медаде барадар” — башҡ. “ағайҙың ҡәләме”, “кетабе мадаре Амин” — “Әминдең әсәһенең китабы”; предлогтар: “ба мадар” (әсәй м‑н), “та дарйа” (диңгеҙгә тиклем); “ра” бәйләүесе: “у ин кетабха ва дафтарха ра бе шома мидахад” (ул был китап һәм дәфтәрҙәрҙе һеҙгә бирә); теркәүестәр: “хам у амад хам дусташ” (һәм ул килде, һәм уның дуҫы); ш. уҡ һүҙҙәр тәртибе һәм интонация ҡулланыла.

Яҙыуы ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә башҡарыла (7 б. алып). Хәҙ. фарсы алфавиты 32 хәрефтән тора. Ф.т. лексик берәмектәре башҡорт теленә (ҡара: Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр) ингән. Ф.т. б‑са белгестәр БДУ‑ла әҙерләнә. Ф.т. башҡ. теле м‑н үҙ‑ара бәйләнештәре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Н.Д.Ғарипова, Т.М.Ғарипов, Э.Ф.Ишбирҙин, Н.Х.Мәҡсүтова, Г.Р.Ғайсина һ.б. тарафынан үткәрелә; Ф.т. әҙәби ҡомартҡылар Ә.Ә.Вәлидов һ.б. тарафынан тикшерелгән.

Әҙәб.: Р у б и н ч и к Ю.А. Современный персидский язык. М., 1960.

Г.Р.Ғайсина, М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019