РАБИНОВИЧ Михаил Исакович
РАБИНОВИЧ Михаил Исакович (23.8.1940, Өфө — 9.1.2021, шунда уҡ), режиссёр. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлаған (1967). Б.В.Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976; А.М.Поламишев курсы) Дағстан урыҫ драма театры (Махачкала) режиссёры, 1981 йылдан алып баш режиссёр вазифаһын башҡарыусы, 1983 йылдан — БР‑ҙың Урыҫ драма театры (Өфө) режиссёры, 1985 йылдан — баш режиссёр, 1998 йылдан башлап художество етәксеһе. Р. режиссёрлыҡ сәнғәте үҙенсәлектәре — спектаклдең сикһеҙ эскерһеҙлеге, лирик һәм романтик атмосфераһы. Урыҫ драма театрында В.К.Арроның “Иҫке йорттағы биш романс” (“Пять романсов в старом доме”), М.М.Рощиндың “Эшелон”, А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”), А.Н.Толстойҙың “Ҡарлуғас” (“Касатка”) һ.б. спектаклдәр ҡуя. С.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”), М.Ладоның “Бик ябай тарих” (“Очень простая история”), К.Людвигтың “Күк йөҙө музыкаһы” (“Музыка небес”) спектаклдәре тормошсан мотив, юмор менән айырылып тора. Уның постановкаларына сағыу биҙәктәр, байрамса костюмдар, трансформация алымдарын ҡулланыу хас: А.Н.Островскийҙың “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Ҡара юрға” (“Чёрный иноходец”), У.Шекспирҙың “Ҡышҡы әкиәт” (“Зимняя сказка”) пьесаһы мотивтары буйынса “Юғалтыу сәбәпле ығы‑зығылар” (“Страсти по утрате”), Л.Н.Разумовскаяның “Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм әсирегеҙ...” (“Ваша сестра и пленница...”). М.Горькийҙың “Дачала йәшәүселәр” (“Дачники”), М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса “Ай һәм япраҡ ҡойолоу” (“Луна и листопад”) спектаклдәре Р. ижадында айырым этап булып тора. Башҡорт драма театрында — “Айғырыңды үтескә бир!..” (Р.М.Кинйәбаев); Дағстан урыҫ драма театрында В.М.Шукшиндың “Ғәйрәтле кешеләр” (“Энергичные люди”, дебют, 1976), “Исемлектә юҡ ине” (“В списках не значился”; Б.Л.Васильевтың шул уҡ исемле повесы буйынса), И.С.Тургеневтың “Әрәмтамаҡ” (“Нахлебник”), Ю.Грушастың “Мөхәббәт, джаз һәм шайтан” (“Любовь, джаз и чёрт”) һ.б. спектаклдәр ҡуя. Театрҙың художество етәксеһе булараҡ, Рәсәй, сит илдәрҙең төрлө театраль мәктәптәре, йүнәлештәре эшмәкәрҙәре, хәҙерге заман драматургтары менән хеҙмәттәшлек итә. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2015).
Т.П.Абросимова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова