Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ ИЗГЕЛӘРЕ

Просмотров: 1414

ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ ИЗГЕЛӘРЕ, тәҡүәле тормоштары, диндарлыҡтары, дингә тоғролоҡтары өсөн сиркәү тарафынан айырыуса хөрмәт ителгән кешеләр. Тәүге П.с.и. – Богородица, апостолдар, 1—4 бб. дин юлында һәләк ителгән (мучениктар) йәки зарар күргән (исповедниктар) христиандар. Мучениктар араһында великомучениктар (дин өсөн ауыр ғазаптар аша һәләк булғандар), священномучениктар (дин әһелдәре – епископтар, священниктар, дьякондар), преподобномучениктар (монах тормошо м‑н йәшәүселәр), новомучениктар (совет власы йылдарында дин өсөн зыян күргәндәр; 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборына инәләр) айырыла. Тәҡүәле тормош алып барыу һәм ғазаптар кисергәндә дингә тоғро ҡалыу изгеләр рәтенә индереү өсөн нигеҙ була ала. Монахлыҡ һәм донъялыҡта дини аскетизм м‑н бәйле фиҙакәрлек барлыҡҡа килгәндән һуң П.с.и. яңы шәхестәр килеп сыға: святителдәр (тәҡүәлек м‑н айырылып торған архиерейҙар), равноапостольныйҙар (христиан булмаған халыҡтар араһында христианлыҡты таратыусылар), преподобныйҙар (монах тормошо м‑н йәшәүселәрараһынан үтә тоғролар), тәҡүәлеләр (донъялыҡта фиҙакәрҙәр), православиела блаженныйҙар. Изгеләр рәтенә индереү өсөн нигеҙҙәр: замандаштар тарафынан раҫланған тәҡүәле тормош, дини фиҙакәрлек, мөғжизә ҡылыу, әүлиәлек, һауыҡтырыу, доғаның ҡөҙрәтле тәьҫире һәләттәре, донъя ҡуйғандан һуң мәйеттәренең боҙолмауы (һәр ваҡытта ла түгел) һәм башҡалар. П.с.и. ш. уҡ күк чиндары (архангелдар, һаҡлаусы фәрештәләр һ.б.) һәм Иҫке Ғәһет пәйғәмбәрҙәре ҡарай. Һәр изге өсөн сиркәү календарында һәм бөтә изгеләр исемлегендә хәтер көнө билдәләнә. П.с.и. хөрмәтенә суҡындырғанда уларҙың исемдәре ҡушыла, изгене хәтерләү көнө диндарҙың исем туйы кеүек байрам ителә. П.с.и. тормош йылъяҙмаһы изгеләрҙең көнитмешендә һүрәтләнә, улар хөрмәтенә ҡорамдар йәки айырым приделдар изгеләндерелә, иконалар төшөрөлә. Өфө епархияһы м‑н 16—20 бб. дөйөм Рәсәй П.с.и. священномученик Гермоген, Мәскәү һәм бөтә Русь Патриархы (1589—1606 йй. Ҡазан епархияһы митрополиты); святитель Филарет (Амфитеатров), Киев митрополиты (Өфө дини семинарияһы ректоры һәм Успение ир‑егеттәр монастыры архимандриты); 1910 й. һәм 1914 й. ғибәҙәт ҡылыу һәм миссионерлыҡ итеү өсөн Өфө епархияһына килгән преподобномученица бөйөк княгиня Елизавета Фёдоровна; священномучениктар Андроник (Никольский), Пермь архиепискобы, һәм Мефодий (Красноперов), Петропавловск епискобы (архимандриттар, Өфө дини семинарияһы ректорҙары) эшмәкәрлеге бәйле. 2000 й. 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборы изгеләренә священномучениктар Аверкий, Алексий (Канцеров), Евграф, Симон, Тимофей (Петропавловский), преподобномученица Маргарита (1999 й. Өфө епархияһының хөрмәтләнеүсе изгеләре булараҡ абруй яулағандар), священномученик Пётр, преподобномученик Максим (Попов), мученик Киприан (Яценко) индерелгән. 2000 йй. башында блаженная Варвара, преподобный Моисей хөрмәтләнеүсе изгеләр рәтенә индерелә. Өфө изгеләре соборына (2008 й. нигеҙләнгән) 11 изге индерелгән. Диндарҙарҙың изге Моисей Уфимский һәм блаженная Варвара Скворчихинская мәйеттәре ҡалдыҡтарына изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу йолаһы бар.

Әҙәб.: З и м и н а Н.П. Общероссийские православные святые Республики Башкортостан //Русские Башкортостана: История и культура. Уфа, 2003.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019