“АҒИҘЕЛ”, олимпия әҙерлеге үҙәге
“АҒИҘЕЛ”, велосипед спорты б‑са олимпия әҙерлеге үҙәге. 1986 й. Өфөлә велосипед спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе базаһында ойошторола. “А.” филиалдары Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Туймазы ҡҡ., Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. асыла. Бассейны, велооҫтаханалары, уҙышсыларҙы оҙатып йөрөү өсөн махсус машиналары, спорт инвентарын һаҡлау өсөн биналары, тренажёр залы һ.б. бар. 1994 й. “А.” эргәһендә йәш велоуҙышсылар өсөн интернат асыла. “А.” командаһы — РСФСР чемп. һәм Гвианала үткәрелгән халыҡ-ара уҙыш еңеүсеһе (1991), күп көнлөк уҙышта Рәсәй чемп. (1992—94), Рәсәй Кубогын яулаусы (1993), “Аргус тур” гәз. призына ярыштар еңеүсеһе (КАР, 1994), Донъя кубогының көмөш призёры (1995).
“А.” 80‑дән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры, 35‑тән ашыу Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 1 Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры әҙерләнгән, шулар иҫәбендә А.В.Арекеев, А.Б.Бакалов, А.Г.Беспалов, Д.С.Бондаренко, В.Н.Гусев, Д.В.Ғәйнетдинов, Д.Н.Дементьев, В.В.Кокорин, Р.И.Ҡәйүмов, Е.В.Петров, И.В.Пруцких, И.В.Рыбалко, Д.А.Съёмов һ.б. 1997—2003 йй. үҙәк велоспорт б‑са клубтар араһында Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табыла. “А.” м‑н Р.Н.Латипов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина