Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙҒУЖА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1113

БАЙҒУЖА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1790 кеше; 1920 — 1060; 1939 — 1465; 1959 — 997; 1989 — 523; 2002 — 488; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1563 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1689 й., 1776 й. ш. уҡ шарттарҙа бында яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмдәре, 1834 й. Сарапул өйәҙе Кесе Ҡамаш һәм Күл аа. татар типтәрҙәре һәм удел крәҫтиәндәре килеп урынлаша. 1795 й. 387 кеше йәшәгән, 1865 й. 345 йортта — 1332 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. Б. 13‑сө башҡ. кантоны үҙәге булған (1855 й. ҡарата). С.Ф.Йәғәфәров, А.Р.Саяпова, Ғ.Х.Хәйҙәршин ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019