Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠ ЫЛЫМЫҠТАРЫ

Просмотров: 991

ТУПРАҠ ЫЛЫМЫҠТАРЫ, төп йәшәү мөхите тупраҡ булған ылымыҡтар төркөмө. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Башҡортостанда 500—600 (диатом ылымыҡтар, һары‑йәшел ылымыҡтар, йәшел ылымыҡтар, зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтарға ҡарай) төрө табылған. Күпселек ылымыҡтар микроскопик үлсәмле, төрлө йәшәү урындарында 1 г тупраҡта уларҙың һаны бер нисә меңдән алып бер нисә млн тиклем. Уңайлы шарттарҙа ылымыҡтарҙың күпләп үҫеше субстрат өҫтөндә төрлө формалағы һәм үлсәмдәге йәшел, ҡуйы йәшел йәки ҡара төҫтәге таптар кеүек күренә. Т.ы. уртаса продуктлылығы 30—200 кг/га тәшкил итә, интенсив үрсеүе м‑н бәйле уларҙың экосистеманың беренсел продукцияһына индергән өлөшө биомассаның ҙурлығынан меңәрләгән тапҡырға артығыраҡ булыуы мөмкин. Т.ы. биологик актив матдәләрҙе синтезлай һәм бүлеп сығара, тупраҡ эретмәһенең pH үҙгәртә, тупраҡтың һыу режимын һәм аэрацияһын яҡшырта, уның эрозияһын тотҡарлай. Зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтарҙың күп төрҙәре азот фиксацияға һәләтле. Шулай уҡ ҡара: Альгология.

Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019