Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРҮӘР

Просмотров: 772

МӘРҮӘР (Sambucus), өсҡат һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда себер М. үҫә. Япраҡ ҡойған, күп олонло, тармаҡлы, бейеклеге 2—4 м, ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге буй йыйырсыҡлы ботаҡтары һәм асыҡ-көрән төҫтәге үренделәре булған ҡыуаҡ йәки ағас. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы, ишһеҙ ҡыйғас япраҡ; япраҡсалары оҙонса‑эллипс формаһында, сите бысҡы һымаҡ тешле, өҫ яҡтан яланғас тиерлек, аҫ яҡтан һеңерсәләре буйлап ҡуйы төклө. Сәскәһе тәүҙә йәшкелт, аҙаҡ һарғылт төҫтә; һепертке сәскәлегендә урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ашарға яраҡһыҙ сағыу ҡыҙыл төҫтәге еләк, август—сентябрҙә өлгөрә. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, һыҙа битләүҙәре һәм йылға ярҙары буйлап үҫә; ҡайһы берҙә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә осрай. Баллы үҫемлек, декоратив үҫемлек, дарыу үҫемлеге. Декоратив, һаҡлағыс һәм ултыртылған йырын-һыҙа ағастарында ҡулланыла. Культурала тәлгәш М., йыш ҡырағай М. таралған. Уларҙың үҙенән‑үҙе барлыҡҡа килгән гибридтары билдәле.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023