Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ӨСТҮБӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 642

ОЛО ӨСТҮБӘ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Оло Ҡыйҙаш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1283 кеше; 1920 — 1294; 1939 — 917; 1959 — 595; 1989 — 356; 2002 — 303; 2010 — 345 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. 1795 й. Иштүбә (Өстүбә) булараҡ теркәлгән, 34 йортта 244 кеше йәшәгән (ш. уҡ типтәрҙәр теркәлгән). 1834 й. шулай уҡ керҙәш башҡорттар, мишәрҙәр иҫәпкә алынған. 1865 й. 167 йортта 951 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет теркәлгән. 20‑се йй. Кесе Өстүбә бүлендек ауылы (80‑се йй. бөткән) барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исе‑ мен ала. Ишҡара Арыҫланов, Т.Й.Фәхретдинов ошо ауылда тыуған.

Р.Й.Ғәҙелшина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019