Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОҒҘАН, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 652

БОҒҘАН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Уҡты‑Ҡаран й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 814 кеше; 1920 — 822; 1939 — 603; 1959 — 551; 1989 — 640; 2002 — 605; 2010 — 474 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Тамъян-Таймаҫ урта мәктәбе филиалы), амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1743 й. керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорт ихтилалдарында (1735—40) ҡатнашҡан өсөн аҫабалыҡ хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән һәм типтәрҙәр ҡатламына күскән башҡорттар нигеҙ һала. 1790 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп урынлашҡан. Тәүге төпләнеүсе Боғҙан Рәжәпов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Таулы исеме м‑н билдәле булған. 19 б. башында Б. яһаҡлы татарҙар теркәлгән. 1865 й. 69 йортта 442 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән. М.С.Мифтахов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019