Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИТАМИНЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 1549

ВИТАМИНЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше һәм хайуандар өсөн витаминдар сығанағы, витаминлы препараттар етештереү өсөн сеймал сифатында ҡулланылған үҫемлектәр. Шулай уҡ В.ү. составында кеше һәм хайуандар организмында витаминдарға әйләнеүсе провитаминдар булған үҫемлектәр инә. Үҫемлектәрҙә иң күбе Р төркөмө витаминдарына ҡараған каротиноидтар һәм ҡайһы бер биофлавоноидтар (кверцетин, рутин һ.б.) туплана. Үҫә торған ағзаларҙағы һәм уларҙың айырым өлөштәрендәге витаминдарҙың күләме интенсив биосинтез һәм уларға башҡа ағзаларҙан витаминдар килеү һөҙөмтәһендә күтәрелә. Күпселек витаминдар үҫемлектәр сәскә атыр алдынан ныҡ арта. Культуралы үҫемлектәрҙең витаминдар синтезлауына һәм туплауына минераль туҡланыу, агротехника тәьҫир итә. Тупраҡта баҡыр, марганец, тимер, цинк кеүек микроэлементтарҙың булыуы — С витамины (аскорбин к‑таһы), баҡыр, молибден, тимер, бигерәк тә никель Р витамины өлөшөн арттыра. Үҫемлектәрҙә витаминдарҙың тупланыуы тупраҡтың әселегенә (уның түбәнәйеүе каротиндың күләме артыуына килтерә), яҡтылыҡҡа (мәҫ., яҡтылыҡтың етерлек булыуы кәбеҫтә, томат, редис, салат, укропта витаминдар синтезына булышлыҡ итә), т‑раға (юғары булмаған ыңғай т‑рала С витамины күберәк йыйыла, кишер һәм сөгөлдөрҙөң тамыраҙыҡтарында каротиндың барлыҡҡа килеүе 15— 20°С т‑рала арта) бәйле. Каротин (А провитамины) барлыҡ ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә лә тиерлек (япраҡтарында, тамырҙарында һәм емештәрендә, һирәгерәк — сәскәләрендә) синтезлана. Каротиндың күләме б‑са үҫемлек ғаиләләренең 4 төркөмө айырып ҡарала: каротинға бай (ҡайын һымаҡтар, эт ҡарағаты һымаҡтар, әүернә һымаҡтар һ.б.), каротинға сағыштырмаса бай (алабута һымаҡтар, ирен сәскә һымаҡтар, ҡарабойҙай һымаҡтар, ҡуҙаҡлылар, ҡыяҡлылар, сатыр һымаҡтар һ.б.), каротинға бик бай булмағандар (ҡырҡбыуын һымаҡтар, лютик һымаҡтар, марена һымаҡтар, тал һымаҡтар һ.б.), каротинға ярлылар (ҡарағай һымаҡтар, ләлә һымаҡтар һ.б.). Гөлйемеш, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡуҙғалаҡ, петрушка, сельдерей, томат, һуған (йәшел), һырғанаҡ, эре борсаҡ һәм фасолдең йәшел емештәре, боростоң татлы сорттары А провитаминының төп сығанағы иҫәпләнә. Дарыу үҫемлектәре араһында каротиндың юғары күләме — шифалы календула, ябай миләш, эт муйылы һымаҡ һырғанаҡ, урыҫ кейеҙ үләне, өс бүлкәтле эт дегәнәге һ.б. өсөн, мал аҙығы үҫемлектәре араһында арышбаш, бажат, клевер, люцерна, тимофеевка өсөн хас. В төркөмө витаминдары (В1, В2, РР һ.б.) үҫемлектәрҙә һәм бәшмәктәрҙә киң таралған, ләкин аҙ күләмдә. В1, В2 витаминдары сығанағы булып — ҡыяҡлы иген бөртөктәренең бәбәктәре, РР витаминыныҡы (никотин к‑таһы) — цитрус, ҡарабойҙай емештәре, борсаҡ орлоҡтары, Н витамины (биотин) сығанағы булып сәскәле кәбеҫтә, арыш, борсаҡ орлоҡтары тора. Дарыу үҫемлектәре араһынан С витамины — гөлйемештә (витаминлы препараттар етештереү өсөн сеймал булып хеҙмәт итә), ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙән әфлисунда, мандаринда, кәбеҫтәлә, ҡара ҡарағатта күп. К1 витамины (филлохинон) сәскәле үҫемлектәр бүлегендәге дарыу үҫемлектәре (көтөүсе муҡсаһы, кукуруз, ябай балан, ябай кесерткән һ.б.) япраҡтарында ярайһы күләмдә йыйыла. Фитостеролдар (D провитамины) — үҫемлек майҙарында, Е витамины (токоферол) — иген бөртөктәре бәбәгендә, арахис, борсаҡ, кукуруз орлоҡтарында, эстрагон япраҡтарында, U витамины (метионинметилсульфонийхлорид) йәшелсә үҫемлектәренең (кәбеҫтә, сельдерей, спаржа һ.б.) йәшел өлөштәрендә айырыуса күп. Р төркөмөнөң витаминға оҡшаш матдәләре (флавоноидтар) башлыса астра һымаҡтар (ҙур дегәнәк, шиңмәҫгөл һ.б.), ҡуҙаҡлылар (баҫыу ҡоросүләне, Коржинский татлы тамыры һ.б.), ҡарабойҙай һымаҡтар (ҡош ҡымыҙлығы, боросло ҡымыҙлыҡ, күтән ҡымыҙлыҡ, сәсеү ҡарабойҙайы һ.б.), ирен сәскә һымаҡтар (бишҡалаҡ арыҫлан ҡойроғо, паннония һырғаһы һ.б.), роза һымаҡтар (ҡан-ҡыҙыл энәлек, урман ҡайын еләге һ.б.), цитрус үҫемлектәр (лимон, әфлисун һ.б.) һ.б. ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙең сәскәһендә, емешендә, тамырында бар. Башҡортостанда В.ү. өйрәнеү 20 б. 30‑сы йй. уртаһында Башҡортостан комплекслы экспедицияһында ҡатнашыусылар (А.Н.Богданов, С.Ф.Курнаев һ.б.) тарафынан башлана. В.ү. ареалдарын асыҡлауға БАССР‑ға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған ғалимдар (Е.М.Брадис, В.И.Грубов, М.И.Котов, А.Л.Лыпа һ.б.) ҙур өлөш индерә. 50‑се йй. баш лап В.ү. б‑са тикшеренеүҙәр Ботаника баҡса-институтында алып барыла: 150‑нән ашыу төр үҫемлектә С витаминының (Е.Н.Клобукова-Алисова), сатырлы һыйырғойроҡ флавоноидтарының (С.Ғ.Кәримова) күләме, энәлектең (Р.Ф.Вафин), һуғандың (Л.Ә.Төхвәтуллина, Һ.С.Хәйретдинов), гөлйемештең (Н.М.Мурысёва) биол. үҙенсәлектәре асыҡлана. Шул уҡ йылдарҙа Медицина университетында (И.А.Лерман, Х.М.Насиров һ.б.) витаминлы дарыу үҫемлектәренең фармакол. үҙенсәлектәре, Биология институтында (Ә.Х.Ғәлиева, Е.В. Кучеров һ.б.) В.ү. ареалдары, ресурстары, хим. составы тикшерелә һәм уларҙың рациональ ҡулланылышы б‑са саралар эшләнә. Витаминға бай үҫемлектәрҙең ҡайһы берҙәре (оҫҡон йыуаһы реликты, ҡыҙыл бөрлөгән, урман һуғаны, бойҙан, оҙонһабаҡ кәзә һаҡалы һ.б.) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Е.В.Кучеров, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019