Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ

Просмотров: 1289

АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттарынан. Бикйән Туҡтамышев менән бергә шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Хөкүмәт вәкилдәре менән ихтилалды туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында ихтилалдың башҡа етәкселәре менән бергә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы Себер хандары менән союз төҙөй. Өфө воеводаһының 1664 й. 1 мартында яҙылған грамотаһында А.Ы. ярлыҡау вәғәҙә ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

 Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. М.—Л., 1936; А к м а н о в И.Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. Уфа, 1993.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023