Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАРУҒА

Просмотров: 1897

ДАРУҒА, 16—18 бб. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 13—18 бб.) Урал‑Волга буйында адм.‑терр. берәмек. Ҡайһы бер ғалимдар (И.Ғ.Аҡманов, Р.Ғ.Буканова, Ә.Н.Усманов) фекеренсә, Башҡортостан терр‑яһының Д. бүленеше 13 б. алып билдәле, Д. исеме һалымдар йыйыусының вазифаһы, һуңынан Монгол империяһы һәм Алтын Урҙала адм.‑терр. берәмек исеменән килеп сыҡҡан. Н.А.Гурвич, Р.Г.Игнатьев, В.В.Трепавлов һ.б. фекеренә ярашлы, Д. барлыҡҡа килеүе — 16 б. 70‑се йй., П.И.Рычков б‑са 17 б. 30‑сы йй. ҡарай. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Өфө өйәҙе терр‑яһы Ҡазан даруғаһына, Нуғай даруғаһына, Себер даруғаһына һәм Уҫы даруғаһына бүленә. Д. исемдәре нигеҙенә Өфө өйәҙенең тышҡы сиктәренә йәнәш ятҡан геогр. объект атамалары: Ҡазан, Уҫы, Нуғай далаһы һәм Себер, йәки Башҡортостан терр‑яһының Ҡазан ханлығы, Нуғай урҙаһы һәм Себер ханлығы араһындағы бүленеше һалынған. Д. аныҡ ҡына терр. бүленеше булмаған, уларҙың сиктәре үҙгәреп торған. Д. улустарға бүленгән; 18 б. 30‑сы йй. аҙ. Д. м‑н идара итеү өсөн баш старшина вазифаһы булдырылған. Д. 18 б. аҙ. Ырымбур губернаһын өйәҙҙәргә бүлеү һәм идара итеүҙең кантон системаһын индереү барышында бөтөрөлә.

Әҙәб.: Асфандияров А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая пол. 16 — первая пол. 19 в.). Уфа, 2006.

М.Г.Муллағолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023