БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ
1557
БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан. Аҙнағол Ырыҫҡолов менән шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу тураһында хөкүмәт етәкселәре менән һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында Себер ханы улдары менән союз төҙөү тураһында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Өфө воеводаһы кенәз А.М.Волконскийҙың 1664 й. 1 мартындағы грамотаһында ул ихтилал күтәреүҙә төп ғәйепле кешеләрҙең береһе тип таныла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Әҙәб.: Аҙнағол Ырыҫҡолов мәҡ. ҡарағыҙ.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: