Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЭНЕРГЕТИКА

Просмотров: 955

БИОЭНЕРГЕТИКА (био... һәм энергетика), биологик энергетика, биол. системаларҙа энергияның әүерелеү процестарын өйрәнеүсе фән. Тере организмдар һәм дөйөм алғанда бөтә биосфера тергеҙелгән органик берләшмәләрҙең энергияһы һәм өлөшләтә аденозинтрифосфор к‑таһы рәүешендә фототрофтарҙың (ҡара: Автотрофтар) фотосинтез процесында туплаған ҡояш энергияһын ҡулланыуы арҡаһында тереклек итә. Был берләшмәләр органик субстраттары газ һәм һыу молекулаларына тиклем окисланған гетеротрофтар өсөн энергия сығанағы булып тора. Тупланған энергия окисланыу процестарында аденозинтрифосфор к‑таһын һәм энергияға бай бәйләнештәре булған башҡа макроэргик берләшмәләрҙе синтезлау өсөн ҡулланыла. Күҙәнәктәрҙәге был берләшмәләр төрлө тереклек итеү процестары (биосинтез, матдәләр транспорты һ.б.) өсөн энергия сығанағы булып тора. Башҡортостанда Б. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана. Биология институтында ҡышлау шарттарында ужым культураларының тын алыу процестарын (Т.Т.Биғлов), тупраҡтың окис- лау-тергеҙеү ферменттарын (М.Н.Буранғолова, Ф.Х.Хәзиев) өйрәнеү алып барыла. Медицина университетында 70‑се йй. алып хлорорганик, диоксин һымаҡ һ.б. химик берләшмәләрҙең күҙәнәктәге биоэнергетик процестарға йоғонтоһо (А.Й.Ғилманов, Ф.Х.Камилов), гербицидтарҙың митохондрияларҙың биоэнергетик статусына (Э.Ф.Әһлетдинов), хлорорганик ароматик берләшмәләрҙең сперматозоидтарҙың биоэнергетик әүҙемлегенә һәм репродуктив ағзаларҙың туҡымаларына (Ш.Н.Ғәлимов) тәьҫиреөйрәнелә.

Р.И.Ибраһимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019