Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛҒА, сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

Просмотров: 1094

АЛҒА, Асылыкүл төркөмөнә ҡараған урғылыусы сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән районы Алға а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 300 м алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Өҫкө пермдең өфө ярусы тоҡомдарынан (алевролит, конгломерат, ҡомташ, мергель һәм эзбизташ) торған үҙән төбөнән сыға. Дебиты 0,5—0,8 л/c. Һыуы сөсө (0,5 г/л), сульфатлы кальцийлы. Тирә-яғы һаҙға әйләнгән, 30‑ға яҡын үҫемлек төрө үҫә.

И.К.Кудряшов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.02.2024