Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

Просмотров: 2168

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, һирәк осрай торған, алмаштырыу мөмкин булмаған, экология, фән, мәҙәниәт һәм эстетика яғынан ҡиммәтле булған тәбиғәт комплекстарын һәм уларҙың компоненттарын, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма барлыҡҡа килгән объекттарҙы үҙ эсенә алған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. РФ‑тың һәм БР‑ҙың “Махсус һаҡланыусы биләмәләр тураһында” закондарына (1995) ярашлы ойошторола. Район, төбәк, федераль, халыҡ‑ара Т.ҡ. айырыла. Һаҡлау объекты буйынса биологик (ботаник, дендрологик, зоологик), геологик (геоморфологик, минералогик, палеонтологик), гидрологик, комплекслы (йәки ландшафлы) Т.ҡ. бүленә. 1965 й. Башҡортостанда тәүге Т.ҡ. ойошторола. Республикала дөйөм майҙаны 31343,1 мең га булған төбәк әһәмиәтендәге 178 Т.ҡ., ш. иҫ. 78 ботаник, 5 зоологик, 20 геологик, 13 гидрологик һәм 4 гидрогеологик, 58 комплекслы Т.ҡ. бар (2021; ҡара: таблица), улар араһында шарлауыҡтар, мәмерйәләр, күлдәр, тауҙар, минераль һыу сығанаҡтары, геологик яланғаслыҡтар, һирәк осраған флора һәм фауна төрҙәре булған урындар һ.б. БР Хөкүмәтенең 2014 й. 19 мартындағы ҡарарына ярашлы Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Күперле карст күпере, Ҡотоҡ, оҫҡон йыуаһы популяцияһы (Күгәрсен районы), Шүлгәнташ, Ямантау республика әһәмиәтендәге Т.ҡ. иҫәбенән сығарыла.

     Әҙәб.: Г а р е е в Э.З. Геологические памятники природы. Уфа, 2004; Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2006.

З.Ф.Үләмәева

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

 

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары

№ п/п

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Административ район

Ойошторолоу йылы

1

2

3

4

Ботаник

1

Аҙаҡлы й. тамағындағы Кесе Һүрәм й. үҙәне

Ейәнсура

1985

2

Аҡбарыҫ а. эргәһендәге шыршы культуралары

Шаран

1965

3

Александровка а. эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы

Дәүләкән

1965

4

Андреевка а. эргәһендәге кедрҙар төркөмө

Бөрө

1965

5

Арый а. янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары

Дыуан

1965

6

Атауҙы күленең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары

Әбйәлил

1997

7

Баҡалы урман хужалығында ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәре

Баҡалы

1965

8

Балғажы а. ҡаршыһындағы дала участкаһы

Әлшәй

1985

9

Балтатау һәм Топортау

Баймаҡ

2013

10

БДУ‑ның Бөрө филиалы дендрарийы

Бөрө

2005

11

“Берендей” балалар дендрологик паркы

Бөрө

2005

12

Благовещен ҡ. ҡарағай ултыртмалары

Благовещен

1965

13

Богачёв а. эргәһендәге тамырсалы һуған популяцияһы

Баймаҡ

2013

14

Бөрө ял йорто эргәһендәге ҡарағайлыҡ

Бөрө

1965

15

Буранғол а. ҡарт ҡарағас

Әбйәлил

2005

16

Венеция а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ

Дүртөйлө

1965

17

Восток а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ

Илеш

1965

18

Гуровка тауы

Кушнаренко

2009

19

Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы

Ейәнсура

2003

20

Дүртөйлө йырыны

Шаран

1985

21

Ермолаевка дендропаркы

Көйөргәҙе

1965

22

Йоматау тәжрибә урман культуралары

Шишмә

1965

23

Канонников тауы

Ейәнсура

2003

24

Клюквенный һаҙлығы

Архангел

2005

25

Кожай‑Максим а. эргәһендәге ҡарағай урманы

Йәрмәкәй

1965

26

Комсомол а. зәңгәр шыршыултыртылған парк

Дәүләкән

1965

27

Кәкүк ситеге популяцияһы

Туймазы

2010

28

Ҡалмаш а. янындағы һаҡлағыс ултыртмалар комплексы

Шишмә

1965

29

Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар

Туймазы

1965

30

Ҡарағай культуралары (1903—11 йй. ултыртылған)

Иглин

1965

31

Ҡарағай үҙәне

Мәләүез

2011

32

Ҡарағас культуралары

Туймазы

1965

33

Ҡарағас культуралары

Әлшәй

1965

34

Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасы

Әбйәлил

2005

35

Ҡарт ҡарағас культуралары

Бөрө

1965

36

Ҡыҙҙартау

Салауат

2005

37

Ҡыҙларбиргән а. эргәһендәге ҡарт ҡарағастар

Йылайыр

1965

38

Ҡыр баҙыяны популяцияһы

Миәкә

1985

39

Ҡырҡтытау һыртындағы Ултыҡ‑Ҡарағас төбәге

Әбйәлил

1997

40

Максимовский төбәге

Әлшәй

2005

41

Маҡан й. үҙәне

Хәйбулла

2003

42

Маты й. тамағындағы ҡарағайлыҡ

Баҡалы

1965

43

Маяҡтау

Күгәрсен

2003

44

Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмалары

Бәләбәй

2005

45

Мүкле һаҙлығы

Краснокама

2009

46

Непейцев дендропаркы

Өфө

1965

47

Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы шыршы һәм ҡарағай ултыртмалары

Краснокама

1965

48

Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы юғары бонитетлы тәбиғи ҡарағайлыҡ

Краснокама

1965

49

Озерки а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ

Мәләүез

2011

50

Оло Шатаҡ тауындағы ҡарағас урманы

Белорет

1965

51

Оҫҡон йыуаһы популяцияһы

Мишкә

1985

52

Өфө тәжрибә баҫыуын һаҡлаусы урман һыҙаттары

Өфө

1965

53

Попковский күлдәре төбәге

Хәйбулла

2003

54

Себер кедры культураһы

Белорет

1965

55

“Сик” реликт ҡарағайы

Дыуан

2005

56

Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (42‑се выдел)

Стәрлетамаҡ

1985

57

Стәрлетамаҡ урмансылығының 16‑сы кварталындағы ҡарағай культуралары (23‑сө выдел)

Стәрлетамаҡ

1985

58

Стәрлетамаҡ урмансылығының 19‑сы кварталындағы кедр культуралары (17‑се выдел)

Стәрлетамаҡ

1985

59

Суҡраҡ сейәлеге төбәге

Хәйбулла

2003

60

Сәйетбаба а. эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлыҡтары

Ғафури

1965

61

Табылды сейәлектәре

Стәрлебаш

1965

62

Таналыҡ й. үҙәне

Хәйбулла

2003

63

Танышһаҙ

Краснокама

2009

64

Ташлы һаҙлығы

Әлшәй

2005

65

Төмәнәк а. эргәһендәге Саған һыҙаһы

Туймазы

1985

66

Төньяҡ Ҡыраҡа һыртындағы оҫҡон йыуаһы популяцияһы

Белорет

1985

67

Упҡанкүл

Нуриман

1965

68

Упҡанкүл а. эргәһендәге Упҡанкүл һаҙлығы һәм күле

Асҡын

1985

69

Үләнде күленең көнсығыш яры

Әбйәлил

1997

70

Һаҡлау урманы

Краснокама

2009

71

Һалдыбаш төбәгендәге йүкәлек

Иглин

2005

72

Чуркин һаҙлығындағы орхидея популяциялары

Өфө

2005

73

Шишмә урман хужалығының 73‑сө кварталы

Шишмә

1985

74

Шөңгәккүл дала дендропаркы

Шишмә

1965

75

Шығай а. эргәһендәге ҡарт ҡарағас

Белорет

2005

76

Әңгәсәк ҡарағайлығы

Дүртөйлө

1965

77

Юлбарыҫ а. эргәһендәге оло ҡарағас

Хәйбулла

2003

78

Яңы Ҡайынлыҡ а. эргәһендәге реликт ҡарағайлыҡ

Краснокама

1965

Геологик

1

“Алыҫ Төлкәс” геологик киҫелеше

Ғафури

2007

2

Аҫҡын боҙ мәмерйәһе

Ғафури

1965

3

Диңгеҙ фаунаһы менән өҫкө юра ҡомташтарының Никитин яланғаслыҡтары

Көйөргәҙе

1965

4

Ҡарлыман мәмерйәһе

Ҡырмыҫҡалы

1965

5

Ҡорманай мәмерйәләре

Ауырғазы

1965

6

Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары

Ғафури

1965

7

Ҡыҙылъяр мәмерйәһе

Белорет

1965

8

Ҡыуыштау мәмерйәһе

Иглин

1965

9

Лаҡлы а. эргәһендәге Әй й. буйында Ҡапҡаташ ҡаяһы

Салауат

1965

10

Лаҡлы мәмерйәһе

Салауат

1965

11

“Мәсетле” геологик киҫелеше

Салауат

2007

12

Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы

Иглин

1965

13

Охлебинин мәмерйәһе

Иглин

1965

14

Плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары

Илеш

1965

15

Ромадановка йырыны

Ишембай

1965

16

Ситдиҡ‑Мулла а. эргәһендәге Өшкәтле йырыны

Ауырғазы

1965

17

“Тоҙйылға” геологик киҫелеше

 Ғафури

2007

18

Уйташ тауы

Учалы

1965

19

Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе

Ишембай

1965

20

Янғантау

Салауат

1965

Гидрологик

1

Асы шарлауығы

Архангел

1965

2

Атыш шарлауығы

Белорет

1965

3

Ғәҙелша (Ибраһим) шарлауығы

Баймаҡ

1965

4

Зәңгәркүл шишмәһе

Ҡырмыҫҡалы

2003

5

Красный Ключ сығанағы

Нуриман

1965

6

Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары

Салауат

1965

7

Ҡарағайкүл (Ворожеич)

Учалы

1965

8

Ҡорғаҙаҡ сығанағы

Салауат

1965

9

Мулдаҡкүл

Әбйәлил

1965

10

Саруа күле

Нуриман

1965

11

Яҡтыкүл

Әбйәлил

1965

12

Яҡут тоҙло һыу сығанағы

Көйөргәҙе

1965

13

Яманйылға, Саруа йй. һәм уларҙың тирә‑яғы

Нуриман

1985

Зоологик

1

Енғалыш төбәгендәге йыртҡыс ҡоштарҙың оялары һәм торналар йыйылған урындар

Өфө

2005

2

Оло һәм Кесе Энәк йй. йылға бағырының резерваты

Күгәрсен

1965

3

Оло һәм Кесе Әпшәк инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты

Бөрйән

1965

4

Йылға бағырының резерваты

Ғафури

1965

5

Әүжән урман хужалығындағы йыртҡыс ҡоштарҙың оялары

Белорет

1986

Гидрогеологик

1

Бөрө минераль һыу сығанаҡтары

Бөрө

1965

2

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары

Ғафури

1965

3

Ассы минераль һыу сығанаҡтары

Белорет

1965

4

Уржум минераль һыу сығанаҡтары

Бөрө

1965

Комплекслы

1

Абдулла тауы

Дыуан

2005

2

Алатау участкаһы

Ишембай

1995

3

Арҡауыл һаҙлығы

Салауат

2005

4

Арский ташы төбәге

Белорет

1965

5

Бабай, Ҡушай һәм Һандыҡ түбәләре менән Ҡырҡтытау һырты участкаһы

Әбйәлил

1997

6

Балҡантау

Әлшәй

1965

7

Бездонный Ключ һаҙлығы

Бишбүләк

2018

8

Билгеләр төбәге

Нуриман

2011

9

Бишҡайын һаҙлығы

Ауырғазы

2018

10

Гладкий тауы

Дыуан

2005

11

Ҙур һәм Бәләкәй Ялан күлдәре

Дүртөйлө

1965

12

Егән мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы

Ишембай

1985

13

Ирәндек һыртының Ҡоҙғонташ тауы

Әбйәлил

1997

14

Ирәндек һыртының Тағанташ тауы

Әбйәлил

1997

15

Иҫке Балбыҡ һаҙлығы

Учалы

2018

16

Йөрәктау

Стәрлетамаҡ

1985

17

Карпис һаҙлығы

Учалы

2018

18

Көркәк һыртының Көркәк тауы

Әбйәлил

1997

19

Ҡаракүл һаҙлығы

Дыуан

2005

20

Ҡарашар һаҙлығы

Дыуан

2005

21

Ҡасҡарҙы һаҙлығы

Учалы

2018

22

Ҡорманайбаш һаҙлығы

Миәкә

2018

23

Ҡотҡор төбәге

Белорет

1965

24

Ҡурҡырауыҡ һаҙлығы

Учалы

2018

25

Ҡуштау

Ишембай

2020

26

Ҡыйышҡы (Аксаков) күле

Ҡырмыҫҡалы

1965

27

Ҡырҡтытау һыртының Ҡараташ тауы

Әбйәлил

1997

28

Ҡырҡтытау һыртының Һыуосҡан төбәге

Әбйәлил

1996

29

Лағыр һаҙлығы

Салауат

2005

30

Мүклеһаҙ

Илеш

2018

31

Мәмәк һаҙлығы

Кушнаренко

2018

32

Наратһаҙ төбәге

Мишкә

2005

33

Нурок һаҙлығы

Әбйәлил

2018

34

Озерский һаҙлығы

Дыуан

2005

35

Олимпия мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы

Ишембай

1985

36

Оло Таҙтүбә тауы

Дыуан

1985

37

Осиновка карслы һаҙлыҡтары

Бөрө

2018

38

Өлкөндө а. эргәһендәге карслы һаҙлыҡтар комплексы

Дыуан

2005

39

Өргөн күле һәм Өргөн ҡарағайлығы

Учалы

1965

40

Сабаҡай ҡаяһындағы мәмерйә

Дыуан

1965

41

Сатыртау

Әлшәй

2005

42

Сереккүл һаҙлығы

Әбйәлил

2018

43

Сосновый күле

Дыуан

2005

44

Сусаҡтау

Әлшәй

2005

45

Суслов карслы һаҙлыҡтары

Бөрө

2018

46

Татыш күле

Илеш

1965

47

Таштуғай тауҙары төбәге

Хәйбулла

2003

48

Торатау

Ишембай

1965

49

Туғарһалған күле һәм уның тирә‑яғы

Ишембай

1985

50

Урыҫ Швейцарияһы

Бәләбәй

2010

51

Һыулы йырын төбәге

Бишбүләк

2010

52

Таҙа соҡор төбәге

Бөрө

2018

53

Шумилов шарлауығы төбәге

Туймазы

2010

54

Шәмсетдин күле

Бөрө

1965

55

Ыласын мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы

Ишембай

1985

56

Этҡол һаҙлығы

Ишембай

2018

57

Әлйән тауы

Ейәнсура

2003

58

Әрүәк‑Рәз тауы

Белорет

1985

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023