Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛИКӘШ ҺӨЙӨНДӨКОВ

Просмотров: 1102

ӘЛИКӘШ ҺӨЙӨНДӨКОВ, Әлкә Һ. (1679—1755, Ырымбур губернаһы Шәләхмәт а.), башҡорт ихтилалы (1755—56) инициаторы һәм ойоштороусыларҙың береһе. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында Бикбулат Арҡаев менән бергә ихтилал әҙерләүҙә ҡатнашырға тәҡдим итеп, Батыршаға хат ебәрә. Көрәште бөтә крайҙа бер юлы башлап ебәреү планы Бөрйән улусы башҡорттарының баш күтәреүе арҡаһында өҙөлә. 1755 й. май аҙағында ғәйебен танып килә, ҡулға алына, Ырымбур төрмәһенә ябыла. Язаға дусар ителә, һуңынан Мәскәү ҡ. оҙатыла. Юлда вафат була. Бөрйән улусының Әликәш а. (хәҙер Баймаҡ районының Буранбай а.) уның исеме менән аталған.

  Әҙәб.: А к м а н о в И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023