БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев
1751
БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев (?—1755, Ырымбур ҡ.), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Әликәш Һөйөндөковтың улы. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында атаһы менән берлектә ихтилалды әҙерләүҙә ҡатнашыу тәҡдиме менән Батыршаға хат ебәрә. Май аҙағында ғәйебен таный. Ҡулға алына, төрмәлә язалауҙарға дусар ителә, шунда үлә.
Әҙәб.: А к м а н о в И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023
Энциклопедиялар:
Шәхестәр:
Связанные статьи: