Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАН, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 774

АРЫҪЛАН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1679 кеше; 1920 — 2102; 1939 — 1599; 1959 — 1140; 1989 — 724; 2002 — 635; 2010 — 650 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Арыҫлан Әлиб(к)аев исеме м‑н аталған. 1795 й. 310 кеше йәшәгән, 1865 й. 155 йортта — 850 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, тәгәрмәс яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, иген һурҙыртҡысы м‑н һыу тирмәне, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Т.М.Бикташева, Й.М.Ғиләжетдинов, Ә.С.Шайморатова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019